Эстәлеккә күсергә

Нафиҡов Гәрәй Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәрәй Абдулла улы Нафиҡов
Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Сатый ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хәрби звание
Майор
Майор
Командалыҡ итеү

294-се кавалерия полкы (артабан 3-сө дәрәжә Суворов орденлы 60-сы гвардия Ҡыҙыл Байраҡлы Томашув кавалерия полкы) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы)

Хәрби алыш/һуғыш

Мәскәү янында алыш, Сталинград алышы

Нафиҡов Гәрәй Абдулла улы (25 август 1907 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы командиры. Майор. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Гәрәй Абдулла улы (Аҫылгәрәй Абдулҡадир улы) Нафиҡов 1907 йылдың 25 авгусында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең[1] Сатый ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Өс йыллыҡ башланғыс мәктәпте тамамлаған.

1929 йылдың ноябрь айында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм ҡыҙылармеец сифатында Урта Азия Хәрби Округы 8-се айырым кавалерия бригадаһы запас полкына билдәләнә. Бында командование ярҙамында 6 айлыҡ үҙерлек курстар тамамлай һәм Ташкент ҡалаһындағы Ленин исемендәге Берләшкән Урта Азия мәктәбенә уҡыуға инә. Хәрби мәктәп курсанты булараҡ Төркмәнстанда Ураҙгилде баҫмасылары менән көрәштә ҡатнаша.

1941 йылдың 30 сентябрендә Нафиҡов Г. А. 43-сө Армияһының 4-се хәрби-ялан дивизияһы төҙөлөш батальоны командиры вазифаһында Мәскәү аҫтында Малоярослав шоссеһындағы ҡаты алышта ҡатнаша. 1941 йылдың 10 декабрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороу өсөн Өфөгә ҡайтарыла. 23 декабрҙә дивизияның 294-се полкы командиры итеп тәғәйенләнә.

1942 йылдың 2 июлендә полк Брянск фронты 3-сө армияһы хәрби хәрәкәттәрендә, Сталинград һуғышы оборона алыштарында ҡатнаша.

Гәрәй Абдулла улы 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең Лобановка ауылын азат иткәндә батырҙарса һәләк була[2].

Гәрәй Нафиҡов Икенсе Тербуналарҙа туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл йондоҙ ордендары, исемле сәғәт менән наградлана.

2012 йылдың 9 июлендә Тербун районында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының 29-сы кавалерия полкы командиры Гәрәй Нафиҡовтың һәләк булыуына 70 йыл тулыуы айҡанлы иҫтәлекле саралар үтте. Г. А. Нафиҡовты хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Башҡортостандан рәсми делегацияһы килде, шул иҫәптән, легендар командирҙың туғандары — уның ике ир туғаны[3].