Ураҡсин Урал Ғәзиз улы
Ураҡсин Урал Ғәзиз улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 август 1951[1] |
Тыуған урыны | Дәүләтҡол (Ырымбур өлкәһе), Чапаевский сельсовет[d], Төйлөгән районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 7 март 2022[1] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй[1] |
Һөнәр төрө | архитектор |
Уҡыу йорто | Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ураҡсин Урал Ғәзиз улы (рус. Ураксин Урал Газизович; 25 август 1951 йыл — 7 март 2022 йыл) — архитектор, дәүләт хеҙмәте ветераны, йәмәғәтсе. 1995 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. 2000—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары. 2003—2015 йылдарҙа Башҡортостан Архитекторҙар союзының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1994) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2001). Рәсәй Архитекторҙар союзының юғары наградаһы «Кентавр» почёт билдәһе эйәһе (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал Ғәзиз улы Ураҡсин 1951 йылдың 25 авгусында РСФСР-ҙың Чкалов өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы составында) ишле ғаиләлә тыуған. Тел ғалимы, академик, яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың ҡустыһы.
Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен тамамлағас, Мәскәү архитектура институтына уҡырға инә. 1974 йылда уны уңышлы тамамлап, Сибай ҡалаһының баш архитекторы булып эшләй башлай[2].
1994—2000 йылға тиклем Өфө хакимәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығының 1-се урынбаҫары.
2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.
2013 йылдан башлап «Башкиргражданпроект» институты генераль директорының советнигы.
2022 йылдың 7 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Проекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сибай ҡалаһының генераль планы (1976)
- Сибай ҡалаһының үҙәген деталләп планлаштырыу (1977)
- Сибай ҡалаһында ҡайһы бер микрорайондарҙы төҙөү һәм йәмәғәт биналары (1980—1990)
- Сибай ҡалаһының иҫке автовокзалы (1987)
- Никах йорто (Сибай) (1994)
Урал Ғәзиз улы Ураҡсин етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының ҡалалары һәм район үҙәктәренең пландары эшләнә[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2003—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе
- 2010 йылда Башҡортостан төрки телле илдәрҙең архитектураһы һәм ҡала төҙөлөшө буйынса Астанала үткән 3-сө Халыҡ-ара ҡоролтайында ҡатнаша.
- 2010 йылдың 15-17 октябрендә Мәскәүҙең Үҙәк күргәҙмәләр залында уҙған «Зодчество—2010» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша һәм «Кентавр» почёт билдәһе менән бүләкләнә[4].
2001 йылда «Дуҫтарыма ҡала бүләк итәм» автобиографик китабын нәшер итә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1994)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2001)
- «Кентавр» почёт билдәһе (2011)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ 2,0 2,1 Башҡоротандың күренекле архитекторҙары: Урал Ураҡсин (рус.)
- ↑ В Уфе скончался известный архитектор, автор генплана Сибая Урал Ураксин. ИА «Башинформ», 7 марта 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2022)
- ↑ Башкирские архитекторы удостоились «Кентавра» (рус.) 2021 йыл 25 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ураҡсин Урал Ғәзиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 август 2021)
- Башкирские архитекторы удостоились «Кентавра» (рус.) 2021 йыл 25 август архивланған.
- Башҡортостандың күренекле архитекторҙары: Урал Ураҡсин (рус.)
- «Әйттермәнең ниңә аҡҡошом тип..» Урал Ураҡсин менән әңгәмә