Бартенев Евгений Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бартенев Евгений Константинович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 9 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған көнө 26 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Салауат
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Евгений Константинович Бартенев (1944 йыл — 2008 йыл) — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы (1991—1992).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгений Константинович Бартенев 1944 йылдың 9 ғинуарында тыуа.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Куйбышев ҡалаһында башлай. Был 19641967 йылдарҙа совет армияһында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң, Салауат нефть химияһы комбинатының 34-се цехында аппаратсы булып эшләй. 19691975 йылдарҙа Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһындағы филиалында уҡый.

КПСС ағзаһы. 1976—1991 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, бүлек мөдире, секретары булып эшләй. 1991—1992 йылдарҙа - халыҡ депутаттарының Салауат ҡалаһы советы башҡарма комиететы рәйесе, 1992-1997 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы була.

Евгений Константинович Бартенев Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы‑Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты булып һайлана[1].[2].

Өйләнгән була. Ҡыҙы бар.

Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылғас, Салауатгаз асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе булып эшләй.

2008 йылдың 26 майында Салауат ҡалаһында вафат була[3].

Хакимиәт башлығы вазифаһындағы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгений Константинович Бартенев Салауат ҡалаһы хакимиәте булып эшләгәндә торлаҡ төҙөлөшө дауам итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]