Эстәлеккә күсергә

Баҙаҡшанов Рәмил Мөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҙаҡшанов Рәмил Мөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Ахун, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик, аналитик
Эшмәкәрлек төрө Фармакология
Эш урыны БДМУ
Биләгән вазифаһы доцент[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Баҙаҡшанов Рәмил Мөхәмәт улы (9 ғинуар 1947 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-химик-аналитик. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1974), доцент (2001). Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы (1997). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1997).

Рәмил Мөхәмәт улы Баҙаҡшанов 1947 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахүн ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1964 йылда Учалы районы Ахун урта мәктәбенең физик-химия кабинеты лаборанты булып башлай. 1966 йылда Ахун урта мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай. 1966 йылда Ҡазан университетының химия факультетына уҡырға инә һәм уны 1971 йылда отличие менән тамамлай. 1971—1974 йылдарҙа Ҡазан университетының аналитик химия кафедраһында аспирантурала уҡый. 1974 йылда химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1975 йылдың ғинуарында Башҡорт дәүләт медицина институтында дөйөм химия кафедраһында ассистент булып эшләй башлай. 1979 йылда конкурс буйынса был бүлектең өлкән уҡытыусыһы итеп һайлана.

1984 йылда фармацевтика факультетын асыу менән бәйле, Рәмил Мөхәмәт улы аналитик, физик һәм токсикология химияһы курсы буйынса фармацевтика химияһы бүлегенә күсерелә. Уҡытыу процесын һәм кафедраның матди-техник базаһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, бер үк ваҡытта фармацевтика факультеты деканы урынбаҫары булып эшләй.

2001 йылда дөйөм химия кафедраһы доценты вазифаһына күсерелә[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми тикшеренеүҙәре тирә-яҡ мөхит объекттарында дарыу һәм ағыулы матдәләрҙе анализлауҙың электрохимик ысулдарын эшләүгә йүнәлтелгән. Фармацевтика химияһы кафедраһында синтезланған яңы органик берләшмәләрҙең физик-химия үҙенсәлектәрен өйрәнә, аналитик реагенттар сифатында бер нисә матдә тәҡдим итә. 150-нән ашыу фәнни-методик хеҙмәт баҫтырып сығара, шуларҙың 50-һе фәнни-методик һәм уҡытыу-методик мәсьәләләренә арналған, шул иҫәптән 4 дәреслек авторы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары уҡыу йортоноң ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. «Медик» күп тиражлы гәзитенең мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы, дүрт йыл йәмәғәт һөнәрҙәре факультетын, партия комитетында төҙөлөш коллективтарын һәм студенттарҙың хеҙмәт белеме секторын етәкләй. Башҡорт дәүләт медицина университеты ветерандары советы рәйесе[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • АҠШ-тың Нью-Йорк Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1997);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре (1997);
  • Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почетлы хеҙмәткәре (1997);

Рәмил Mөхәмәт улы Баҙаҡшановтың ҡаҙаныштары күп тапҡырҙар Юғары уҡыу йортоноң, Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең Почёт грамоталары менән билдәләнә[1].