Ишембай нефть эшкәртеү заводы
Ишембай нефть эшкәртеү заводы | |
Тармаҡ | нефть эшкәртеү[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1936 |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй Рәсәй |
Хеҙмәткәрҙәр | 146 кеше |
Продукция | нефть продукттары[d] |
Ишембай нефть эшкәртеү заводы (Ишембай НПЗ-һы, ИНПЗ) — Ишембай ҡалаһында урынлашҡан нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиеһы. Башҡортостанда[1] нефть эшкәртеүҙе беренсе булып юлға һалыусы, СССР-ҙың Көнсығышында тәүге нефть эшкәртеү предприятиеһы.
Адресы: Рәсәй, 453203, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай ҡалаһы, Һул яҡ Яр урамы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1933 йылда урындағы новатор һәм рационализатор Ф. П. Похлебаев Ағиҙелдең һул яҡ ярында тәүге нефть эшкәртеү ҡоролмаһын ҡуя.
Ишембай нефть эшкәртеү заводы ветераны Ф. А. Кулбаев ул йылдарҙы түбәндәгесә хәтерләй:
«Биш тонналы һыйымды тышынан кирбес менән ҡоршаныҡ һәм һылап ҡуйҙыҡ. Спираль формаһында уралған һыуытҡыс торбаларҙы Ҡаракүл төбөнә төшөрҙөк. Һыйым аҫтына форсункаларҙы килтереп ҡуйҙыҡ та факелдарҙы тоҡандырҙыҡ. Бына шулай итеп техник белеме булмаған, әпәй-тоҙлоҡ ҡына уҡый-яҙа белгән кешеләр нефть ҡыуҙыра башланы. Ф. А. Похлебаев тәүлектәр буйына был ҡоролма янынан китмәне, сөнки беҙ хатта задвижка штурвалын ҡайһы яҡҡа борорға кәрәклекте лә белмәй инек».
Тәүге көндәрҙә ҡоролма 750 литр бензин бирә, ә 1933 йылдың икенсе яртыһынан — тәүлегенә 15 тоннаға яҡын бензин. Әлбиттә, бик түбән октанлы һәм көкөртө үтә күп булған, сифаты менән «маҡтана алмаған» бензин була ул. Заводта торбалы нефть ҡыуҙырыу ҡоролмаһы, таҙартыу ҡоролмалары, һыу менән тәьмин итеүсе һәм тауар хужалығы, ҡаҙан цехы, лаборатория, ремонт цехы була. Бында бензин һәм мазут етештерелә.
1934 йылдың 1 октябрендә СССР-ҙың Ауыр сәнәғәт министрлығының "Главнефт"енең 350-се Күрһәтмәһендә «Востокнефть» тресына түбәндәге эш ҡушыла: «…кисекмәҫтән Ишембайҙа нефттән бензин алыу ҡоролмаһын урынлаштырыуҙы башларға». "Нефтепроект"тан килгән проектлаусылар Монаков менән Смуров талап ителгән әҙерлек эштәрен үтәп ҡуя. Ә 1935 йылдың 31 майында проект әҙер була, һәм ҙур завод төҙөүҙе[2] күҙҙә тотҡан «Главнефть» уны раҫлай. Төҙөлөшкә Иван Иванович Новиков етәкселек итә, артабан ул директоры булып китә. Яңы завод төҙөлөшөнә бөтә илдән белгестәр, төҙөүселәр, квалификациялы эшселәр ағыла. Бер йылдан завод төҙөлөп бөтә, яңы завод өсөн ҡорамалдарҙы илдең бик күп предприятиелары етештерә: колоннаны һәм йылылыҡ алмаштырғыстарҙы Подольск ҡалаһы заводы, ҡаҙандарҙы — «Ленкузница», насостарҙы «Красный молот», моторҙарҙы «Электросила», торбаларҙы — Таганрог һәм Днепропетровск заводтары.
1935 йылдың август аҙаҡтарына завод Перегонный ҡасабаһында төҙөлөп бөтә, 31 августа нефттең тәүге ағымы килә башлай. 1936 йылдың 17 октябрендә завод проект ҡеүәтенә сыға, 23 ноябрҙә Советтарҙың VIII съезына бүләк сифатында Ишембай бензины ҡойолған 18 цистернанан торған состав Мәскәүгә килә, 20 декабрҙә Ишембай нефть ҡыуҙыртыу заводын (433-сө һанлы завод) дәүләт комиссияһы ҡабул итә[3].
1939 йылда Ағиҙелдең һул яҡ ярында газолин заводы төҙөлөшө башлана. 1941 йылдың 31 июлендә СССР Совнаркомы Ишембай ҡалаһында лампалар өсөн ҡором етештереү заводын төҙөргә ҡарар итә. Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында «Нефтегаз-8» заводтары төҙөлә — Грозный ҡалаһынан[4] 1942 йылда эвакуацияланған "Грознефтекомбинат"тың 1-се май-абсорбент газолин заводы (завод № 89, ПЯ 19, 411-се һанлы Дәүләт Союз заводы), шулай уҡ пиролиз и көкөрт заводтары, аҙаҡ улар бер нисә ҡеүәтле тресҡа нигеҙ булып тора. Һуғыш йылдарында был предприятиелар фронт өсөн продукция бирә башлай. Газ бензины, газ көкөртө, пропан һәм башҡа продукция сығарыла. Танкыларҙың аккумуляторҙарын заправкалау өсөн фильмургин тик Ишембайҙа ғына етештерелгән була.
1947—1948 йылдарҙа Ишембай нефть эшкәртеү предприятиелары — газолин, нефть ҡыуҙырыу, пиролиз, көкөрт заводтары һәм тауар-нефть үткәреү контораһы берҙәм комплексҡа берләштерелеп, Ишембай нефть эшкәртеү заводына әйләнә[5][6]. Уларҙың тәүгеһе — 433-сө һанлы Дәүләт Союз заводы — 1936 йылдан 1948 йылға тиклем үҙаллы эшләй. 1947 йылдың 1 ғинуарында 411-се Дәләт Союз заводы газолин заводы менән берләшә, аҙаҡ 411-се һәм 433-сө Союз заводтары бергә ҡушыла.
Ишембай нефть эшкәртеү заводы артабағы йылдарҙа техник яҡтан ҡайтанан ҡоралландырыла. Предприятие, техниканы һәм продукция сығарыу технологияһын камиллаштырып, фәнни-тикшеренеү ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. 1953 йылдан термик крекингтың һәм этил ҡушыу станцияһының ҡатнаш ҡоролмаһын сафҡа индереү башлана. 1-се һәм 2-се электр ярҙамында тоҙҙан таҙартыу ҡоролмалары, шулай уҡ продукцияның сифатын яҡшыртыусы башҡа объекттар ошо уҡ ваҡытта файҙаланыуға тапшырыла.
1955—1956 йылдарҙа 400-ҙән ашыу комплект контроль-үлсәү приборҙары ҡуйыла. 1958 йылда продукция ҡойоу эстакадалары, 1964 йылда газдан таҙартыу ҡоролмаһында нейтралләштереү станцияһы төҙөлә.
1960-сы йылдар башынан предприятиела нефть-химия тармағы өсөн сырье етештерә башлайҙар: изобутандан тыш ғәҙәти бутан, шунан һуң — пропан. Шул ваҡыттан алып Ишембай нефть эшкәртеү заводы эре заманса предприятиеларҙың береһенә әйләнә.
1950—1970-се йылдарҙа Ишембай нефть эшкәртеү заводында ҡатнаш термик крекинг ҡоролмаһы (аҙаҡ ул АТ-1 тип йөрөтөлдө) начальнигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы Дмитрия Степановича Никулочкиндың[7] эшмәкәрлеге мөһим роль уйнай, ул модернизациялау һәм нефть эшкәртеүҙең эффектлылығын күтәреү[8] буйынса 85-тән артыҡ рационализаторлыҡ тәҡдимен эшкәртә һәм производствоға индерә. 1970-се йылдар башында Өфө телевидениеһы предприятие тураһында репортаж төшөрә, шунда Д. С. Никулочкиндың рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге тураһындала һөйләнә.
1980-се йылдар башында СССР Миннефтехимпромының 1973 йылдың 4 ғинуарындағы «Ишембай НПЗ-һы территорияһында катализаторҙар етештереү буйынса комплекс төҙөү тураһындағы» бойороғо нигеҙендә катализаторҙар производствоһын ҡороу эше башлана, был, әлбиттә, заводты икенсе профиль производствоһына күсереүҙе күҙаллай. Ишембай НПЗ-һы ҡеүәттәре әкренләп һүтелә, Перегонный ҡасабаһындағы 2-се һанлы цех бөтөрөлә. 1985 йылда цеолиттар етештереү производствоһының беренсе сираты сафҡа индерелә, ә 1989 йыл аҙағына нефть эшкәртеү бөтөнләй туҡтатыла. Ишембай нефть эшкәртеү заводы үҙенең эшмәкәрлеген бөтөнләй туҡтата, Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводына (ИСХЗК) әйләнә.
Федераль Дәүләт-унитар предприятиеһынан Дәүләт-унитар предприятиеһына һәм Асыҡ акционер йәмғиәтенә тиклемге юлды үтеп һәм милек формаһын күп тапҡырҙар алмаштырып, 2005 йылда Ишембай махсуслашҡан химик катализаторҙар заводы банкрот тип таныла, һөҙөмтәлә 65 га территорияны «Агидель-нефтепродуктсервис» ЯСЙ-һы һатып ала һәм артабан яҡын киләсәктә Ишембай ҡалаһында нефть эшкәртеүҙе ҡайтанан терегеҙеүҙе планлаштыра.[9].
ИНПЗ директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе директор — 1936 год[10].
- 1936 — Новиков, Иван Иванович.
- 1936 — Коротенко Д. Н.
- 1942—1945 — Бушев Г. В., Захарочкин Л. Д.
- 1943—1948 — Захаров М. С., Сергеев В. С., Белочицкий С. С.
- 1945—1947 — Черек М. И.
- 1948—1953 — Селиванов Т. И., Варшавер Е. М.
- 1953—1974 — Иҙиәтуллин, Ғата Зинннәт улы.
- 1974—1976 — Минишев, Рим Мирсәйет улы.
- 1979—1986 — Окуньков, Станислав Алексеевич, әлеге ваҡытта «Валента Фармацевтика» ААЙ-һының генераль директоры.
- Савин, Евгений Михайлович
- Бакланов, Владислав Борисович (директор ИСХЗК)
Танылған хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаҡлы хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Козлов, В. Т.
- Коногоров, В. Н.
- Никулочкин, Дмитрий Степанович — РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1971), хеҙмәт ветераны (1976), 1965—1976 йылдарҙа Ишембай НПЗ-һының термик крекинг ҡоролмаһы начальнигы (предприятиела 1951 йылдан эшләй). 85-тән артыҡ рационализаторлыҡ тәҡдимен производствоға индерә, уларҙан алынған иҡтисади эффект совет аҡсалары менән 90 мең һумдан ашыу тәшкил итә[11][12][13].
- Ниренберг, М. А.
- Синёв, П. В.
- Ялаев, А. Т.
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузнецов Григорий Тимофеевич — Дан орденының тулы кавалеры,1-се Беларусс фронты 3-сө армияһы Рославль уҡсылар дивизияһы 49-сы 1-се айырым Ҡыҙыл байраҡлы сапёр батальонының отделение командиры, сержант.
- Никулочкина Зоя Фёдоровна — тыл батыры[14], 1943—1983 йылдарҙа эшләй.
Ҡаланы үҫтереүгә индергән өлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай НПЗ-һы Ишембай ҡалаһын үҫтереүгә тос өлөш индерә[15]. Предприятие С. М. Киров исемендәге Мәҙәниәт һарайы, «Чайка» санаторий-профилакторийы, «Йондоҙсоҡ» балалар лагеры, балалар баҡсалары, меңәрләгән квадрат метр торлаҡ һәм башҡа объекттар төҙөй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Зайнетдинов Э. Первенец башкирской нефтепереработки // Истоки : газета. — Уфа, 2012. — 30 мая.
- ↑ Игнатьев В. Л. Первопроходец нефтепереработки (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2011. — 20 декабря. — № 198. — С. 2.
- ↑ Юбилейные даты города и района (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 5 февраля. — № 21-22.
- ↑ Агафонов М. А., Кутимов Б. П., Фёдоров И. Г. Ишимбай. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — С. 18. — 76 с. — 10 000 экз.
- ↑ Ишимбайская энциклопедия, 2015, статья «Ишимбайский нефтеперерабатывающий завод», с. 267—268267—268
- ↑ Мовсумзаде, Савин, Телицкая, 1996, с. 6262
- ↑ Никулочкин Д. В. Заслуженный рационализатор // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — № 9. — С. 6. — ISSN 2220-8348.
- ↑ Ишимбайская энциклопедия, 2015, статья «Никулочкин Дмитрий Степанович», с. 407407
- ↑ Завалина Т. Всё ещё только начинается… (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2009. — 26 марта. — № 48.
- ↑ Мовсумзаде Э. М., Савин Е. М., Телицкая К. Р. Первенец переработки нефти в Башкортостане = The First-Born of Oil-Processing Industry in Bashkortostan. — Уфа: ГИНТЛ «Реактив», 1996. — С. 79. — 120 с. — (Очерки по истории развития нефтяной промышленности Урало-Поволжского региона). — 1000 экз. — ISBN 5-88333-012-6.
- ↑ Мовсумзаде Э. М., Савин Е. М., Телицкая К. Р. Первенец переработки нефти в Башкортостане = The First-Born of Oil-Processing Industry in Bashkortostan. — Уфа: ГИНТЛ «Реактив», 1996. — С. 65, 71, 76. — 120 с. — (Очерки по истории развития нефтяной промышленности Урало-Поволжского региона). — 1000 экз. — ISBN 5-88333-012-6.
- ↑ Асабин Е. П. Всегда в поиске // Восход : газета. — Ишимбай, 1971. — 29 июня. — № 78.
- ↑ Зеленцов В. Растёт мощность установок // Восход : газета. — Ишимбай, 1974. — 10 декабря. — № 147.
- ↑ Илишев И.Г. [и др.] Герои тыла. Списки тружеников, награждённых медалью «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.». — Уфа: Китап, 2009. — Т. 9. — С. 336, 410. — 872 с. — 2500 экз. — ISBN 5-295-04895-1.
- ↑ Никулочкин Д. В. Санаторий «Чайка»: забвение или возрождение? (1-я часть) (pdf) С. 2. Ишимбай: Подметки+ (20 май 2015). Дата обращения: 27 май 2015. 2016 йыл 18 май архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вайсман С. Я. Первенец башкирской нефтепереработки. — Уфа: Издательство Башкирского обкома КПСС, 1987. — 19 с. — 2000 экз.
- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 267—268. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Мовсумзаде Э. М., Савин Е. М., Телицкая К. Р. Первенец переработки нефти в Башкортостане = The First-Born of Oil-Processing Industry in Bashkortostan. — Уфа: ГИНТЛ «Реактив», 1996. — 120 с. — (Очерки по истории развития нефтяной промышленности Урало-Поволжского региона). — 1000 экз. — ISBN 5-88333-012-6.