Эстәлеккә күсергә

Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәсән Усманов битенән йүнәлтелде)
Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 ғинуар 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Асҡар, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы, изготовитель
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улы Викимилектә

Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улы (9 ғинуар 1975 йыл) — эстрада йырсыһы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).

Хәсән Хәжиәхмәт улы Усманов 1975 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. 1982 йылдан 1992 йылға тиклем Асҡарҙың 1-се урта мәктәбендә уҡый, бер үк ваҡытта урындағы сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә (торба класы, уҡытыусыһы Сәғәҙәтов И. А).

1990 йылда Хәсән Урал аръяғы музыка мәктәптәре араһында үткәрелгән йәш музыканттар зональ конкурсы лауреаты дипломына лайыҡ була[1].

1992 йылда Сибай ҡалаһындағы политехник колледжына уҡырға инә. 1993—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, 1995—1996 йылдарҙа Сибайҙа уҡыуын дауам итә, күңел ҡушыуы буйынса «Йәнгүзәл» вокаль ансамбле составында сығыш яһай.

1996 йылда башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың Сибайҙа уҙғарылған 1-се төбәк-ара конкурсында ҡатнаша. Талантлы йырсыны Камил Абдрахман улы Вәлиев Өфө сәнғәт училищеһына вокаль бүлегенә уҡырға саҡыра. В 1996—2000 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә (И. Г. Ивашков класы) уҡый[1].

Уҡыған осорҙа Сибай, Өфө, Ҡазан, Нальчик һәм башҡа ҡалалар үткән төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләренең лауреаты була.

2000—2006 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый (профессор М. С. Алкин класы) һәм уны магистр дәрәжәһендә тамамлай. 2001 йылдан уҡыу менән бергә республика һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

2003 йылда башҡорт музыкаһын пропагандалау һәм йәш йырсыларға ярҙам күрһәтеү маҡсаттарында «Хәсән» ижади студияһын аса[2].

2004—2006 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 2007—2008 йылдарҙа — «Мираҫ» ансамбле (Өфө) солисы. 2008—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Уҡыусы йәштәр үҙәгендә эшләй.

2003 йылдан «Хәсән» ижади студияһы етәксеһе һәм солисы.

Хәсән Усманов башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын берсә оҫта башҡарған йырсы булараҡ билдәле. Уның репертуарында: башҡорт халыҡ йырҙарынан — «Абдрахман», «Азамат», «Сибай», «Урал», «Ҡаҫмарт буйы», «Ҡаһым түрә», «Әрме», «Шәүрә» һәм башҡалар; эстрада йырҙарынан — «Бөрйән ҡыҙы» (В. Ҡотдосов), «Ағиҙелдә аҡ томан» (М. Смаҡов, М. Ишбулатов), «Сулпаным булһаң ғына» (М. Әбделмәнов), «Таң йондоҙо» (Р. Мортазин), «Яра» (Р. Арыҫланов, Г. Әхмәтҡужина), «Ғүмеркәйҙәр бер генә» (А. Ғәлиев, Г. Үмерғәлина) һәм башҡалар бар[1].

«Юлдаш» радиоһы фондында йөҙҙән ашыу йыры һаҡлана[3].

Конкурстарҙа ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әсмә Шайморатова исемендәге 1-се конкурсы — лауреат (Өфө);
  • «Ирәндек моңдары — 1997» 2-се Халыҡ-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы — лауреат (Сибай);
  • «Урал моңо — 1998» Халыҡ-ара төрки йыры конкурсы — дипломант (Өфө);
  • «Урал моңо — 1999» Халыҡ-ара төрки йыры конкурсы — лауреат (Өфө);
  • «Татар жыры — 1999» Халыҡ-ара татар йыры конкурсы — лауреат һәм дипломант (халыҡ йырын иң яҡшы башҡарған өсөн), (Ҡаҙан);
  • «Төньяҡ Кавказ студенттар яҙы — 1999» Төбәк-ара конкурс-фестивале — лауреат һәм дипломант (Нальчик, Ҡабарды — Балкария);
  • «Йәшлек-шоу — 2000, 2002, 2003, 2004» Республика конкурс — фестивалдәре — «Йыл асышы», «Йыл йырсыһы» һәм башҡа номинациялар лауреаты;
  • «Гәлсәр һандуғас — 2004» — Республика телевизион конкурсы лауреаты («Йыл йыры» номинацияһы), (Өфө, Гран-при)[2].

Хәсән Усмановтың соло альбомдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Осрашыуҙы көтәм», CD альбом, БТВ-медиа, 2002;
  • «Өмөтөмдө өзмә», аудиоальбом, «МОҢ» студияһы, 2002;
  • «Йәле, иркәм», аудиоальбом, «МОҢ» студияһы, 2003;
  • «Йәле, иркәм», видеоальбом, «МОҢ» студияһы, 2004;
  • «Ҡоштар китә», CD аудиоальбом, «МОҢ» студияһы, 2005;
  • «Башҡорт халыҡ йырҙары», CD аудиальбом, «Йондоҙ» студияһы, 2005;
  • «Йөрәк тамыры», CD аудиоальбом, «МОҢ» студияһы, 2007;
  • «Белермен ҡәҙереңде», МР-3 аудиоальбом, «Хәсән» студияһы, 2010;
  • «Сулпаным булһаң ғына», DVD видеоальбом, «Хәсән» студияһы, 2012;
  • «Һин-тал, мин-ҡош», МР-3 аудиоальбом, «Хәсән» студияһы, 2014;
  • «Тыуған илем — Әбйәлилем», автор проекты, МР-3 аудиоальбом[2].

Башҡарған йырҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Абдрахман — (башҡорт халыҡ йыры)
  2. Азамат — (башҡорт халыҡ йыры)
  3. Айырмасы, яҙмыш — (Рөстәм Ғиззәтуллин көйө, Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәре)
  4. Алда юлдар ята — Зилә Усманова менән дуэт (Рәүфә Нурмөхәмәтова көйө һәм һүҙҙәре)
  5. Арабыҙҙа серле ғүмер — Гөлсинә Ҡудашева менән дуэт (Байрас Абдуллин көйө, Айгөл Ниғмәтуллина һүҙҙәре)
  6. Атай йорто — (Нәзирә Ишҡоловп көйө һәм һүҙҙәре)
  7. Атай-әсәй — пар ҡанатым — (көйө М.Гизетдинов, һүҙҙәре Г.Азайтуллина)
  8. Ағай — (Рәүфә Нурмөхәмәтова көйө һәм һүҙҙәре)
  9. Ағиҙелдә аҡ томан — (Муса Смаков көйө, Мөнир Ишбулатов һүҙҙәре)
  10. Аҡ ҡылғандар — (көйө, һүҙҙәре)
  11. Белермен ҡәҙереңде — Зилә Усманова менән дуэт (көйө, һүҙҙәре)
  12. Беҙ бергә — (көйө, һүҙҙәре)
  13. Беҙ булырбыҙ бергә — (көйө, һүҙҙәре)
  14. Бүлмәләрҙә һинең тауыш — Зилә Усманова менән дуэт (көйө, һүҙҙәре)
  15. Бәпәй ҡайтты — Зилә Усманова менән дуэт (Зифа Нагаева көйө һәм һүҙҙәре)
  16. Бәхетем һин — (көйө, һүҙҙәре)
  17. Бөрйән ҡыҙы — (Венер Ҡотдосов көйө һәм һүҙҙәре)
  18. Гүзәлем — (көйө, һүҙҙәре)
  19. Гөлөм Сөмбөлөм — (көйө, һүҙҙәре)
  20. Ғүмер сәғәттәре — Зилә Усманова менән дуэт (Венер Ҡотдосов көйө һәм һүҙҙәре)
  21. Ғүмеркәйҙәр бер генә — (Айрат Ғәлиев көйө, Гүзәл Үмәрғәлина һүҙҙәре)
  22. Елдәр йыуата — (көйө, һүҙҙәре)
  23. Ильяс — (башҡорт халыҡ йыры)
  24. Йондоҙҙар — һинең күҙҙәр — (көйө, һүҙҙәре)
  25. Йондоҙҙар — (көйө, һүҙҙәре)
  26. Йәле, иркәм — (көйө, һүҙҙәре)
  27. Йәнбикә — (көйө, һүҙҙәре)
  28. Йәнем, бәғрем — (көйө, һүҙҙәре)
  29. Йәшлек — (көйө, һүҙҙәре)
  30. Йәшлек йәрем — (көйө, һүҙҙәре)
  31. Йөрәк тамыры — (көйө, һүҙҙәре)
  32. Күбәләк — (көйө, һүҙҙәре)
  33. Ҡайын моңо — (көйө, һүҙҙәре)
  34. Ҡайғым да, шатлығым да һин — (көйө, һүҙҙәре)
  35. Ҡаҫмарт буйы — (башҡорт халыҡ йыры)
  36. Ҡаһым түрә — (башҡорт халыҡ йыры)
  37. Ҡоштар китә — (Наил Шәймәрҙәнов көйө, Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәре)
  38. Ҡояшым — (көйө, һүҙҙәре)
  39. Мин умырзая — (көйө, һүҙҙәре)
  40. Мәк сәскәһе — (көйө, һүҙҙәре)
  41. Мәрйәмем — (көйө, һүҙҙәре)
  42. Оло юлдың туҙаны — (көйө, һүҙҙәре)
  43. Осрашыуҙы көтәм — (көйө, һүҙҙәре)
  44. Өмөтөмдө өҙмә — (көйө, һүҙҙәре)
  45. Өфө — (көйө, һүҙҙәре)
  46. Рөхсәт итсе hөйөргә — (көйө, һүҙҙәре)
  47. Рәхмәтлемен яҙмышҡа — Зилә Усманова менән дуэт (Хәлил Биктимеров көйө, Рәмил Йәнбәков һүҙҙәре)
  48. Саңды үҙәк — (башҡорт халыҡ йыры)
  49. Сибай — (көйө, һүҙҙәре)
  50. Сулпаным булһаң ғына — Зилә Усманова менән дуэт (Миҙхәт Әбделмәнов көйө һәм һүҙҙәре)
  51. Сәскәләр уяныр — (көйө, һүҙҙәре)
  52. Сәскәләрҙең ниңә кәрәге бар? — (көйө, һүҙҙәре)
  53. Таң йондоҙо — (Родион Мортазин көйө һәм һүҙҙәре)
  54. Торналар — (көйө, һүҙҙәре)
  55. Туй — Гөлназ Ҡәҙербирҙина менән дуэт (көйө, һүҙҙәре)
  56. Тыуған көн — (көйө, һүҙҙәре)
  57. Төн ҡапланы ҡала урамдарын — (көйө, һүҙҙәре)
  58. Уйна, егет, ҡурайыңды — (көйө, һүҙҙәре)
  59. Урал — (көйө, һүҙҙәре)
  60. Урал (2 вариант) — (башҡорт халыҡ йыры)
  61. Уфтанма — (көйө, һүҙҙәре)
  62. Хуш, ауылым — (Сәлих Сәйҙәшев көйө, һүҙҙәре Әхмәт Йәрекәй)
  63. Һалыбыҙ — (көйө, һүҙҙәре)
  64. Һандуғас — (Фәнзил Шарипов көйө, Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре)
  65. Һағындым — (көйө, һүҙҙәре)
  66. Һағыныу сере — (Риф Арыҫланов көйө, Дилә Булгакова һүҙҙәре)
  67. Һин булмаһаң — (көйө, һүҙҙәре)
  68. Һинһеҙ — (Риф Арыҫланов көйө, Дилә Булгакова һүҙҙәре)
  69. Һиңә генә йырлайым — (көйө, һүҙҙәре)
  70. Һөйәм тип яҙ әле — (көйө, һүҙҙәре)
  71. Һыналған мөхәбәт — Зилә Усманова дуэт менән (Луиза Арыҫланова көйө, һүҙҙәре)
  72. Шәүрә — (көйө, һүҙҙәре)
  73. Әллүки — (башҡорт халыҡ йыры)
  74. Әнисәм — (көйө, һүҙҙәре)
  75. Әрме — (башҡорт халыҡ йыры)
  76. Әсәй, яндарыңа ашығам — (көйө, һүҙҙәре)
  77. Әсәйемә — (көйө, һүҙҙәре)
  78. Ялған hөйөү — (көйө, һүҙҙәре)
  79. Ялҡынлы бейеү — (көйө, һүҙҙәре)
  80. Яра — Элмира Маликова менән дуэт (Риф Арыҫланов көйө, Гөлшәт Әхмәтҡужина һүҙҙәре)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Зилә Усманова, йырсы. Ҡыҙы — Шәүрә, улы — Урал.

  • YouTube сайтында Видео Bashkir song Hasan Usmanov — Йәнбикә — Хасан Усманов
  • YouTube сайтында Видео Хәсән Усманов — Ҡоштар китә
  • YouTube сайтында Видео Хәсән Усманов — Яра

Социаль селтәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]