Юлдашбаев Юлай Хәйрулла улы
Юлдашбаев Юлай Хәйрулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 апрель 1962 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт Үргене, Яңы Петровка ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Юлдашбаев Юлай Хәйрулла улы (18 апрель 1962 йыл) — Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, тарих фәндәре кадидаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлай Хәйрулла улы Юлдашбаев 1962 йылдың 18 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1979 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай.
1979—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый һәм комсомолда эшләй. 1980 йылдан — университеттың ВЛКСМ комитетының хеҙмәт эштәре штабы етәксеһе, 1982 йылда Германия Демократик Республикаһының Галле-Нойштадт ҡалаһында хеҙмәт семестры үткәргән БДУ-ның интернационал студент төҙөлөш отряды комиссары.
1984 йылдан — СССР Фәндәр академияһының (Мәскәү) Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнография институтында Балтика буйы, Волга буйы һәм СССР-ҙың Европа төньяғы секторында стажер-тикшеренеүсе. 1997 йылда «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[1].
1986 йылда һәм 1990 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1999 йылдан —Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Эштәр идаралығының социаль-гуманитар бүлек етәксеһе урынбаҫары.
2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының гуманитар мәсьәләләр һәм милләттәр эштәре буйынса бүлегендә эшләй.
2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк архивы директоры, 2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары[2].
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге этносоциологияға, Башҡортостан халыҡтарының рухи мәҙәниәте проблемаларына һәм башҡаларға арналған. 50-нән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы. Мөхәррирлек эше алып бара[3].
- Национально-русское двуязычие в Республике Башкортостан в современных условиях
- Первый секретарь обкома: М. З. Шакиров / ИИЯЛ УНЦ РАН. — Уфа: Китап, 2016. — 400 с.: ил. (Юлдашбаев Юлай Хайруллович, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы директоры урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты, — дүртенсе бүлектең «Шәкировтың фекерҙәштәре» («Соратники Шакирова») өлөшөн төҙөүсе (авторҙаш)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙы Лариса, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, экономист һөнәре буйынса эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ә. Харисов исемендәге премия лауреаты (1995)
- «Комсомолда әүҙем эшләгәне өсөн» билдәһе (1981)
- «Германияның социалистик хеҙмәт ударнигы» ордены миҙалы
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1982)
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡтың Почёт грамотаһы (2009)
- Башҡортостан Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2012)
- Федераль архив агентлығының Почёт грамотаһы (2012)
- 2-се дәрәжә Бөйөк Петр ордены[4]
- Намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалы. 18 апрель 1923 йыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Национально-русское двуязычие в Республике Башкортостан в современных условиях
- ↑ Юлай Юлдашбаев: архивы — национальное достояние нашего государства 2022 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Проблемы духовной культуры тюркских народов СССР. Тезисы докладов тюркологической научной конференции молодых ученых(недоступная ссылка)
- ↑ 2-се дәрәжә Бөйөк Петр ордены
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия — Юлдашбаев Юлай Хайруллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2022)
- Башкирская республиканская гимназия-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Энциклопедия. Научно-издательский комплекс «Башкирская энциклопедия», 2014. 335-се бит. Юлдашбаев Юлай Хайруллович.
- «Һәр ғаиләнең үҙ архивы булып, ул ҡәҙерләп һаҡланырға, балалар-ейәндәргә мираҫҡа, иҫтәлеккә ҡалырға тейеш»