Имаҡов Таһир Ғилман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таһир Имаҡов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Имаҡов Таһир Ғилман улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 26 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Көйөргәҙе районы, Шәбағыш ауыл советы, Ҡансыра
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Ырымбур
Уҡыу йорто Хөсәйениә мәҙрәсәһе
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Таһир Ғилман улы Имаҡов (1895—1937) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәте ҡатнашыусыһы.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Имаҡов Таһир Ғилман улы 1895 йылдың 26 октябрендә Ырымбур губернаһы Ҡансыра ауылында тыуған, «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлаған.

19141915 йылдарҙа Ырымбурҙа һәм Джизакта (Үзбәкстан) эшләгән.

Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары (съездары) делегаты була.

1917 йылдың декабренән алып Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы булып тора.

1918 йылдың ғинуар — февраль айҙарында — Бөтөн Рәсәй мосолмандарының хәрби съезына башҡорт делегацияһы етәксеһе.

1918 йылдың мартынан — Башҡортостандың ваҡытлы революцион советы ағзаһы, ә апрелдән Үҙәк мосолман комиссариатының башҡорт эштәре буйынса бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.

1918 йылдың июлендә Ғ.Иркәбаев менән Бөрйән-Түңгәүер ирекле отрядын ойоштороуҙа ҡатнаша.

1918 йылдың октябренән Башҡорт ғәскәренең Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 1-се эскадроны менән командалыҡ итә.

1919 йылдың февралендә 1-се Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша.

1919 йылдың 26 февраленән Башревкомдың эске эштәр һәм милләттәр эштәре буйынса комиссары итеп тәғәйенләнә. Май айында РККА-ның 1-се Армияһы Ревтрибуналына Башревкомдың сәйәсәт буйынса вәкиле итеп ебәрелә.

Август айында Ә. З. Вәлиди менән Башҡорт айырым кавалерия бригадаһын Ҡыҙыл Армия яғына сығыуҙы ойоштора.

1920 йылдың ғинуарынан Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе.

1920 йылдың мартынан — Башревком рәйесе вазифаһын башҡарыусы.

1920 йылдың июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты менән РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарары менән килешмәйенсә, ревкомдың бөтөн ағзалары менән бергә яуаплы эш урынын ташлап китә.

1920 йылдың декабрендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты вәкиллеге составына ингән.

Артабан БАССР-ҙың хоҡуҡ эштәре буйынса комиссариатында эшләй, 1935 йылдан — СССР Дәүләт банкының Ырымбур бүлексәһендә.

1937 йылда репрессиялана һәм атып үлтерелә. 1960 йылда аҡлана.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]