Имаҡов Таһир Ғилман улы
Имаҡов Таһир Ғилман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 26 октябрь 1895 |
Тыуған урыны | Ҡансыра, Шәбағыш ауыл советы, Көйөргәҙе районы |
Вафат булған көнө | 14 ноябрь 1937 (42 йәш) |
Вафат булған урыны | Ырымбур, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Хөсәйениә мәҙрәсәһе |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Имаҡов Таһир Ғилман улы (26 октябрь 1895 йыл — 14 ноябрь 1937 йыл) —дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Башревкомдың эске эштәр һәм милләттәр комиссары. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында һәм Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таһир Ғилман улы Имаҡов 1895 йылдың 26 октябрендә Ырымбур губернаһы Ҡансыра ауылында тыуған, «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлаған.
1914—1915 йылдарҙа Ырымбурҙа һәм Джизакта (Үзбәкстан) эшләгән.
Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары (съездары) делегаты була.
1917 йылдың декабренән алып Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы була.
1918 йылдың ғинуар — февраль айҙарында — Бөтөн Рәсәй мосолмандарының хәрби съезына башҡорт делегацияһы етәксеһе.
1918 йылдың мартынан — Башҡортостандың ваҡытлы революцион советы ағзаһы, ә апрелдән Үҙәк мосолман комиссариатының башҡорт эштәре буйынса бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.
1918 йылдың июлендә Ғәбделхәй Иркәбаев менән Бөрйән-Түңгәүер ирекле отрядын ойоштороуҙа ҡатнаша.
1918 йылдың октябренән Башҡорт ғәскәренең Ғабдулла Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 1-се эскадроны менән командалыҡ итә.
1919 йылдың февралендә 1-се Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша.
1919 йылдың 26 февраленән Башревкомдың эске эштәр һәм милләттәр эштәре буйынса комиссары итеп тәғәйенләнә. Май айында РККА-ның 1-се Армияһы Ревтрибуналына Башревкомдың сәйәсәт буйынса вәкиле итеп ебәрелә.
Август айында Әхмәтзәки Вәлиди менән Башҡорт айырым кавалерия бригадаһын Ҡыҙыл Армия яғына сығыуҙы ойоштора.
1920 йылдың ғинуарынан Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе.
1920 йылдың мартынан — Башревком рәйесе вазифаһын башҡарыусы.
1920 йылдың июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты менән РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарары менән килешмәйенсә, ревкомдың бөтөн ағзалары менән бергә яуаплы эш урынын ташлап китә.
1920 йылдың декабрендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты вәкиллеге составына ингән.
Артабан БАССР-ҙың хоҡуҡ эштәре буйынса комиссариатында эшләй, 1935 йылдан — СССР Дәүләт банкының Ырымбур бүлексәһендә.
1937 йылда репрессиялана һәм атып үлтерелә. 1960 йылда аҡлана.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кульшарипов М. М. Имаҡов Таһир Ғилман улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Кульшарипов М. М. Тагир Имаков — главный комиссар по башкирским делам // Ватандаш. — 2010. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- 26 октябрҙә тыуғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- Көйөргәҙе районында тыуғандар
- 14 ноябрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Ырымбурҙа вафат булғандар
- Хөсәйениә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- СССР-ҙа атылғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- Башҡорт Хөкүмәте ағзалары
- Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты ағзалары
- КПСС ағзалары