Эстәлеккә күсергә

Байымов Әхмәтғәзи Хаммат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байымов Әхмәтғәзи Хаммат улы
Дин:

ислам

Тыуыу выҡыты:

1876({{padleft:1876|4|0}})

Тыуған урыны:

Байым ауылы, Иҫке Әлмәт улусы, Үрге Урал өйәҙе, Ырымбур губернаһы[1]

Үлеү ваҡыты:

17 ноябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, Байым ауылы

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Байымов Әхмәтғәзи Хаммат улы — (1876, Ырымбур губернаһының Үрге Урал өйәҙе Байым ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) — 17.11.1964, шунда уҡ) — дин әһеле, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Байым ишандың бүләһе.

Байымов Әхмәтғәзи Хаммат улы 1876 йылда Ырымбур губернаһының Үрге Урал өйәҙе Байым ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) тыуған.

Әхмәтғәзи Байымов Муллаҡай мәҙрәсәһендә башланғыс белем ала. Артабан Темәс ауылында, Орск ҡалаһында уҡый. Әхмәтғәзи Байымов ғәрәп, фарсы, үзбәк, тажик, ҡаҙаҡ, татар һәм башҡа төрки телдәрҙе бик яҡшы белә. Уҡымышлы кеше булараҡ, бай китапханаға эйә була. 1898 йылдан башлап тыуған ауылында мәҙрәсә мөҙәрисе була. Мәҙрәсә ябылғандан һуң мәктәптә балаларға белем бирә.

Әхмәтғәзи Байымов 1917 йылдың 20-27 июлендә Әхмәтзәки Вәлиди рәйеслеге аҫтында үткән беренсе башҡорт ҡоролтайы делегаты була (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары). Унда Башҡортостан автономияһы тураһында мәсьәлә лә ҡарала. Ә 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан Хөкүмәте иғлан ителә. Декабрҙең 8-20-ләрендә 3-сө башҡорт ҡорлтайы был ҡарарҙы законлаштыра. Бөтә был мөһим йыйылыштарҙа Әхмәтғәзи Байымов делегат булып ҡатнаша. Байымов Әхмәтғәзи Хаммат улы Әхмәтзәки Вәлиди менән яҡындан таныш була. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе баш ҡалаһы Темәстә булғанлыҡтан, Зәки Вәлиди йыш ҡына Байым ауылында була һәм унда фекерҙәше Әхмәтғәзи Хаммат улы Байымовтарҙа туҡтай. Башҡортостан Хөкүмәте Темәстә булған осорҙа Әхмәтғәзи Байымов Әхмәтзәки Вәлидиҙең тапшырған эштәрен башҡара, милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. 1920 йыл башында коммунист ауылдаштарын Х. Х. Унасов отряды тарафынан атылыуҙан йолоп алып ҡала.

Башҡорт Хөкүмәтенә булышлыҡ иткәне өсөн Әхмәтғәзи Байымов 1928 йылда ҡулға алына һәм 1934 йылға тиклем Өфө төрмәһендә яфа сигә. Иреккә сыҡҡас 30-сы йылдарҙа колхозда эшләй. Бер үк ваҡытта мулла вазифаһын башҡара. Күрәҙәселек һәләтенә эйә була, кешеләрҙе дауалай, бетеү эшләй. М. Аҡмулла һәм Р. Ф. Фәхретдинов менән таныш була, уларҙың реформаторлыҡ идеяларын уртаҡлаша.