Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы
Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Күсей ауылы |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1973-2013 |
Театр: |
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры |
Наградалары: |
Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (4 июнь 1951 йыл) — театр актёры. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова 1951 йылдың 4 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.
1973 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Габдулла Ғиләжев, Фәрзәнә Ҡасимова курсы).
Унан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй башлай.
Ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәриә («Бөркөт ҡанаты», Г. Исхаҡов; дебют, 1973), Гөлйемеш («Байрамбикә», Р. С. Янбулатова), Сара («Ҡара сәскәләр», В. Г. Ғәлимова, С. Джемаль романы буйынса), Зилиә («Илама, һылыу!» — Н. Ғәетбаев), Ямал («Ҡыр ҡаҙҙары», Р. А. Сафин), Жихан («Башмағым»), Фекла Ивановна («Өйләнеү» — «Женитьба», Н. В. Гоголь), Коринкина («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А. Н. Островский), Фәриҙә («Париж егете Әлфәнис» Л. В. Вәлиев).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1988)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 май 2021)
- 4 июндә тыуғандар
- 1951 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- XXI быуат актёрҙары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Сибай башҡорт дәүләт драма театры