Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы
Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 29 май 1922 |
Тыуған урыны | Күсей ауылы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 29 сентябрь 1943 (21 йәш) |
Вафат булған урыны | Брагин районы[d], Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Галки[d] |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы (29 май 1922 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт батареяһы расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәфтизән Таһир улы Миңлеғолов 1922 йылдың 29 майында АСБР-ҙың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Күсей ауылында (Башҡорт АССР-ының Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙер — Башҡортостандың Баймаҡ районы)[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Шунда уҡ ете класс тамамлай, тыуған ауылында Ворошилов исемендәге колхозда эшләй, артабан — алтын приискыларында[2].
1941 йылдан — Ҡыҙыл Армияла. Кесе командирҙар мәктәбендә уҡый[3]. 1942 йылдың апреленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[2]. Сталинград һәм Үҙәк фронттарындағы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 1943 йылдың 28 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә/
1943 йылдың 20 сентябрендә 62-се гвардия кавалерия полкының миномет расчеты командиры (Үҙәк фронты, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия сержанты Тәфтизән Миңлеғолов Черныш тораҡ пункты (Украина, Чернигов өлкәһе) тирәһендәге алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә, алыш барышында ул шәхсән үҙе 18 дошманды юҡ итә[2].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 29 сентябрендә Усохи ауылы (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) өсөн барған алыштарҙа 62-се гвардия кавалерия полкы подразделениелары дошман уты аҫтында ҡала, шул ваҡтта расчет командиры Тәфтизән Миңлеғолов үҙ ирке менән дошман нөктәләрен юҡ итергә теләк белдерә. Автоматтан атып һәм гранаталар ташлап, ул шәхсән үҙе дошман миномет расчетын ҡыйрата, шулай уҡ дошман танкын шартлата, шуға ҡарамаҫтан, заданиены үтәгән саҡта Т. Миңлеғолов батырҙарса һәләк була. Галки ауылының көньяҡ-көнбайыш осонда Туғандар кәберлегендә ерләнә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы)[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы гвардия сержанты Тәфтизән Таһир улы Миңлеғолов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены менән (үлгәндән һуң) бүләкләнә[4][5].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын Йондоҙ» миҙалы(15.01.1944)[6]
- Ленин ордены (15.01.1944)
- II дәрәжә Ватан Һуғышы ордены (03.11.1943[7]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. Т. Миңлеғоловтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.[2].
- Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуған ауылы Күсейҙә Герой хөрмәтенә бюст ҡуйылған һәм мәктәп бинаһында мемjриаль таҡтаташ урынлаштырылған.
Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында урамдарҙың береһенә уның исеме бирелгән[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Каримова И. Г. Миннигулов Тафтизан Тагирович // Башкирская энциклопедия / гл. ред.: М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — Т. 4: Л — О. — 672 с. — 7 000 экз. — ISBN 978-5-88185-068-5.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Уфаркин Н. В. Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 26 октябрь 2017. Архивировано 5 март 2016 года.
- ↑ Галина Н. Герой из Кусеева . Славные сыны земли Баймакской. Баймакский вестник (30 май 2012). Дата обращения: 14 декабрь 2016. Архивировано 8 ғинуар 2017 года.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы . «Герои страны» сайты.
- Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 9 апрель 2016.
- 29 майҙа тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- 29 сентябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Брагин районында вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Башҡорттарҙан Советтар Союзы Геройҙары
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
- Советтар Союзы Геройҙары:Баймаҡ районы