Эстәлеккә күсергә

Исмәғил Айытҡолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исмәғил Айытҡолов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Бөрйән улусы

Вафат булған көнө

1755({{padleft:1755|4|0}})

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур

Исмәғил Айытҡолов (? — 1755) — сотник. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы юлбашсыларының береһе.

Исмәғил Айытҡолов сығышы менән Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Бөрйән улусы сотнигы[1].

1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусында Ялан Этҡол, мулла Хоҙайбирҙе һәм Сураш етәкселегендә ихтилал тоҡана: Талҡаҫ күле буйында башҡорт халҡын йәберләгән өсөн тау‑эҙләнеү эштәре начальнигы Е. Е. Брагинды һәм уның ярҙамсыларын язалана. 18 майҙа баш күтәреүселәр Иҫәт трактының Сапсал ямын һәм Брагиндың ихатаһын талай. Исмәғил Айытҡолов Әликәш Һөйөндөков һәм уның улы Бикбулат Арҡаев менән берлектә Нуғай даруғаһының баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә[1].

Ырымбур губернаһы губернаторы Неплюев Иван Иванович баш күтәреүселәргә ҡаршы подполковник Исаков етәкселегендәге команданы, ә һуңыраҡ бригадир Бахметев командалығындағы 1300 регуляр һалдаттарҙы һәм казактарҙы ебәрә. Карателдәр бөтә халыҡты талай һәм эҙәрлекләй башлай, ҡайһыларын язаға тарттыра[2]. Исмәғил Айытҡолов ҡулға алына һәм Ырымбур төрмәһенә ябыла. Күп язалауҙарға дусар ителә һәм яраларҙан вафат була. Исмәғил Айытҡоловтың улдары — Мөҡсин, Ҡолмәмбәт һәм башҡалар ихтилалда ҡатнашҡан өсөн Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһенә һөргөнгә ебәрелә[3].

XVIII быуат уртаһында уның исеме буйынса Исмәғил ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Үрге Иҙрисауылы) аталған[3][1].