Эстәлеккә күсергә

Чулошников Александр Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чулошников Александр Петрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 8 август 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Подольск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1941
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]

Чулошников Александр Петрович (8 август 1894 йыл1941 йыл) — СССР тарихсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Башҡортостан тарихы буйынса белгес. Тарих фәндәре кандидаты (1935).

Александр Петрович Чулошников 1894 йылдың 8 авгусында Подольск губернаһы Чёрный Остров ауылында тыуа[1].

1911 йылда Санкт-Петербург университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. 1916 йылда университетты тамамлай һәм ундағы урыҫ тарихы кафедраһында уҡытыусы булып ҡала. 1919—1921 йылдарҙа Ырымбурҙағы Ҡаҙаҡ университетында уҡыта һәм Кирвоенкоматтың штабында тарих-статистика бүлексәһен етәкләй. 1920 йылда Ҡырғыҙ крайын өйрәнеү йәмғиәтенең беренсе рәйесе була[2]. 1921 йылда Петроградҡа әйләнеп ҡайта. 1921—1931 йылдарҙа Ленинград университетында уҡыта. 1921 йылдан алып Тау институтында, Петроград университетының тарих ғилми тикшеренеүҙәр институтында, 1923 йылдан алып — РСФСР-ҙың Үҙәк архивында эшләй. 1930 йылда Тарих-археография институтында штаттан тыш ғилми хеҙмәткәр булып тора. 1935 йылда ғилми эштәренең дөйөм күләме арҡаһында тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен яулай. 1936 йылдан алып — СССР Фәндәр академияһы Тарих институтының Ленинград бүлексәһендә өлкән ғилми хеҙмәткәре.

Уның ғилми эштәре араһында иң әһәмиәтлеһе- «Очерки по истории казах-киргизского народа в связи с общими историческими судьбами других тюркских племен» монографияһы. Был эшендә ул ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ халыҡтарының тарихын яҙа. Чулошников шулай уҡ Ҡазағстанда феодал милектең үҫешенә лә ҙур иғтибар бирә, ҡаҙаҡтарҙың пугачевсылыҡта һәм 1916 йылғы Урта Азия ихтилалында ҡатнашыуын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Башҡортостандың XVIII—XIX быуаттар тарихын һәм 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын өйрәнә. «Материалы по истории Башкирской АССР» баҫмаһын нәшергә әҙерләүҙә ҡатнаша. 1941 йылдың аҙағында блокадалағы Ленинградта аслыҡтан вафат була.

  • Очерки по истории казах-киргизского народа в связи с общими историческими судьбами других тюркских племён. Оренбург, 1924. Ч. 1;
  • К истории восстания киргиз в 1916 г. Красный архив. 1926. Т. 3 (16).
  • Казах-киргизские кочевые орды и пугачевщина (1773—1774). Новый Восток. 1929. Т. 25.
  • К истории феодальных отношений в Казахстане в XVII—XVIII вв. Известия АН СССР. Отделение общественных наук. 1936, № 3.
  • Восстание 1755 г. в Башкирии. М.; Л., 1940.