Поройков Юрий Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Поройков Юрий Дмитриевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 23 февраль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (84 йәш)
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, шағир
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Поройков Юрий Дмитриевич (23 февраль 1935 йыл[1]) — совет һәм Рәсәй журналисы, яҙыусы һәм шағир, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары (1966—1968), күп кенә хикәйәләр, повестар, романдар һәм шиғри йыйынтыҡтар авторы[2], ИТАР-ТАСС-тың генераль директорының беренсе урынбаҫары.[3][4]. РСФСР‑ҙың (1985) һәм Башҡортостандың (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Дмитриевич Поройков 1935 йылдың 23 февралендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

1956 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1958 йылдан алып СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының редакция‑нәшриәт бүлеге мөхәррире.

1963-78 йылдарҙа — комсомол хеҙмәткәре: 1960 йылдан — ВЛКСМ‑дың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты, 1962 йылдан — ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала комитеты секретары, 1963 йылдан — 1‑се секретары, 1966—1968 йылдарҙа — ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары.

1968 йылдан алып Мәскәүҙә: ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитетында — бүлек мөдире, 1972—1979 йылдарҙа — «Йәш коммунист» журналының баш мөхәррире, 1980—1991 йылдарҙа — «Литературная газетаның» баш мөхәррир урынбаҫары.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Күҙ асып йомған ара ғүмер кеүек» («Мгновение как жизнь»; 1980), «Урмандарҙың йәшел һулышы» («Лесов зелёный вздох»), «Иген бөртөктәре» («Зёрна»; икеһе лә — 1985), «Барыһы ла бында — минең менән һәм миндә» («Всё здесь — со мною и во мне»; 1995), шиғри йыйынтыҡтары, «Әле йәшәйем» («Пока живу»; 1988), «Күптәрҙән берәү» («Один из многих»; 1990) проза, «14‑тән 17‑гә тиклем» («От 14 до 17»; 1973), «Олоғайыу — ауыр осор» («Трудная пора — взросление»; 1980) публицистик китаптары авторы.

Юрий Поройковтың әҫәрҙәре әхлаҡ, кешелеклелекте тәрбиәләү һәм һаҡлау, яҡшылыҡ һәм намыҫлылыҡ мәсьәләләренә арналған. «Ҡарҙағы йондоҙ» («Звезда на снегу», 1981; башҡортса 1983) поэмаһы — шәхесте камиллаштырыу, әҙәпле кеше тәрбиәләү кәрәклеге тураһындағы ялҡынлы өгөт‑нәсихәт һүҙе.

Шиғырҙарын Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, Хәсән Назар, Сафуан Әлибай, Әсхәл Әхмәт‑Хужа башҡорт теленә тәржемә иткән. Раүил Бикбаев, Наил Ғәйетбай, Тайфур Сәғитов уның әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.

БАССР Юғары Советының 7‑се саҡырылыш депутаты.

1986 йылда «Мелодия» фирмаһы Юрий Поройков шиғырҙарына Ленинград композиторҙары Евгений Ростовский һәм Александр Третьяков яҙған йырҙар менән пластинка сығара[5][6].

Дискографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1986 — «Заповедная страна» («Поройков Юрий шиғырҙарына йырҙар») — винил.

Һайланма йырҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Помолчим» (Александр Третьяков музыкаһы), Эдита Пьеха йырлай
  • «Заповедная страна» (Александр Третьяков музыкаһы), т Екатерина Семёнова йырлай
  • «Нагадали» (Александр Третьяков музыкаһы), т Ольга Зарубина йырлай
  • «Остановись!» (Александр Третьяков музыкаһы), Алексей Глызин йырлай
  • «Берега» (Александр Третьяков музыкаһы), Павел Смеян йырлай
  • «Моя планета» (Евгений Ростовский музыкаһы), Лариса Долина йырлай
  • «Когда-нибудь» (Евгений Ростовский музыкаһы), Павел Смеян йырлай
  • «Воспоминание» (Евгений Ростовский музыкаһы), Михаил Боярский йырлай[7]

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ленин комсомолы (1980), Бунин (2007) пр. лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1971, 1977).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]