Ибәтуллина Рифа Барый ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пустой элемент Викиданных

Ибәтуллина Рифа Барый ҡыҙы (17 ғинуар 1951 йыл) — ғалим-гигиенист. Медицина фәндәре докторы (2001). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рифа Барый ҡыҙы Ибәтуллина 1951 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми тикшеренеү институтында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1986 йылдан алып — өлкән, 1989 йылдан — төп, 20022008 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге организмдың төрлө химик матдәләр менән үҙ‑ара тәьҫир итешеүенең токсикологик‑гигиеник аспекттарына, нефть эшкәртеү, нефтехимия, химия сәнәғәттәрендә һәм ауыл хужалығында профессиональ хәүефте кәметеү өсөн гигиеник саралар системаһын камиллаштырыуға арналған. Ибәтуллина Рифа Барый ҡыҙы 500‑ҙән ашыу химик матдәнең ағыулылығына баһалау үткәрә (12‑һе өсөн ПДК нигеҙләнгән), 6 химик берләшмә өсөн предприятиеларҙың эш зонаһындағы һауала зарарлы матдәләр тупланышын үлсәү ысулдарын һәм башҡалар эшләй. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Токсическая гепатопатия (экспериментальная разработка моделей и методов коррекции). Өфө, 2004 (авторҙаш)
  • Поражение печени химическими веществами. Өфө, 2007 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]