Гәрәев Радик Арыҫлан улы
Радик Арыҫлан улы Гәрәев | ||
Тыуған ваҡыты: | ||
---|---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Яңауыл ҡалаһы | |
Вафат ваҡыты: |
29 октябрь 1996 (40 йәш) | |
Вафат урыны: |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы | |
Һөнәре: | ||
Гражданлығы: | ||
Театр: | ||
Наградалары: |
|
Гәрәев Радик Арыҫлан улы (23 март 1956 йыл— 29 октябрь 1996 йыл) — башҡорт опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, шул иҫәптән 1990—1995 йылдарҙа театр директоры, бер үк ваҡытта 1991—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Халыҡ-ара сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Радик Арыҫлан улы Гәрәев 1956 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Яңауыл ҡасабаһында[1] тыуған[2].
Буласаҡ йырсының музыкаль һәләттәре уның бала сағында уҡ асыҡлана. Йортта һәр ваҡыт музыка яңғырай: ата-әсәһе, ағай-апайҙары башҡорт, татар һәм рус телдәрендә популяр совет эстрада йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да башҡара. Радик һәр бер көйҙө тиҙ арала эләктереп ала, телдән-телгә еңел күсә, хатта милли башҡарыу оҫталығы — ике тауышта тамаҡ менән йырлау оҫталығын да үҙләштерә (әйткәндәй, Салауат Юлаев һүҙҙәренә Ишмулла Дилмөхәмәтов импровизацияһындағы "Уралым"ды башҡарғанда ул ошо алымды ҡуллана)[3].
Ун биш йәшендә музыка училищеһына, артабан Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә һәм уны 1983 йылда тамамлай. Гәрәевтың матур тауышы, сәхнә өсөн яратылған төҫ-ҡиәфәте, эшһөйәрлеге иғтибарһыҙ ҡалмай. Икенсе курс студенты сағында уҡ уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡыралар, һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем ошонда эшләй.
Уның опера репертуарында Онегин (П. И. Чайковский — «Евгений Онегин»), Жермон (Джузеппе Верди — «Травиата»), Фигаро (Джоаккино Антонио Россини — «Севильский цирюльник»), Аҡсәсән (Заһир Исмәғилев — «Урал илселәре»), Моралес (Жорж Бизе — «Кармен») партиялары ныҡлы урын ала.
Радик Гәрәевты тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт башҡарыусыһы булдараҡ та белә һәм ярата. Ул йомшаҡ, обертондарға бай баритоны, яҡшы вокаль мәҙәниәте, тыумыштан килгән һығылмалылығы, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белеү һәләте менән айырылып торған.
1990—1995 йылдарҙа Раджик Гәрәев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры вазифаһын башҡара, опера солисы булараҡ та сығыш яһай. Ошо ваҡытта театр сәхнәһендә «Шаляпин кисәләре» тип исемләнгән опера сәнғәте, Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет фестивалдәре үткәрелә.
Операла һәм концертта йырларға, опера фестивале һәм Глинка исемендәге конкурсты ойошторорға, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булырға ла, театрҙа барған ижади процеста музыка тыңлау, уны тикшереү, ролдәрҙе билдәләүҙән башлап балет һәм опера ҡуйыусылар, дирижер һәм музыка авторы менән һөйләшергә лә барыһына ла өлгөрә ул.
1996 йылдың 29 октябрендә 41-се йәшендә генә вафат була.
Дискографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альбомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һағындым (1988)
Мини-альбомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ты постучи скорей в мое окно (Анне Вески менән) (1987)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1979)[2].
- Бөтә Союз (Днепропетровск, 1980) һәм Бөтә Рәсәй (Сочи, 1980) совет йырҙарын башҡарыусылар конкурстары лауреаты.
- «Ҡыҙыл ҡәнәфер» (рус. «Красная гвоздика») халыҡ-ара сәйәси йырҙар фестивалендә Гран-При яулаусы (Сочи, 1983).
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1983).
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2016 йылдың 2 ноябрендә Яңауылда, йырсы белем алған мәктәп ихатаһында Радик Гәрәевҡа һәйкәл асылды. Уның авторы — билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин артистың микрофон тотоп йырлаған һынын һүрәтләгән[4].
- 2012 йылдан Яңауыл ҡалаһында Радик Гәрәев исемендәге йырсылар асыҡ конкурсы үткәрелә[2].
- Өфөлә йырсы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Композитор Рәшит Йыһанов, Радик Гәрәевҡа бағышлап, оркестр менән орган өсөн концерт дилогияһы ижад иткән.
- Шағир Роберт Паль үҙенең «Уралым» шиғырын РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы иҫтәлегенә арнаған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1990 йылдан Яңауыл ҡалаһы
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Радик Арыҫлан улы (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
- ↑ Радик Гәрәев башҡарыуында «Уралым»
- ↑ Республикала йырсы Радик Гәрәевҡа һәйкәл асылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016 йыл, 2 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2016)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Печаль моя светла… Радик Гареев в воспоминаниях. — Уфа, 1997.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гәрәев Радик Арыҫлан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
- Певец, директор, человек... К юбилею Радика Гареева. Воспоминания супруги, заслуженной артистки БАССР Нажии Мухаметовны Гареевой. Журнал «Панорама Башкортостана», 23 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2022)
- 23 мартта тыуғандар
- 1956 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Яңауылда тыуғандар
- 29 октябрҙә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Башҡорт йырсылары
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Рәсәй опера йырсылары
- Башҡорт опера йырсылары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр
- Башҡорт опера һәм балет театры йырсылары