Эстәлеккә күсергә

Нурихан Фәттах

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нурихан Фәттах
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Костин, Первомайский ауыл советы, Яңауыл районы
Вафат булған көнө 18 февраль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Һөнәр төрө балалар яҙыусыһы
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
 Нурихан Фәттах Викимилектә

Нурихан Фәттах (Нурихан Садрыйман улы Фәттахов; татар. Нурихан Садрыйман улы Фәттахов; 25 октябрь 1928 йыл — 18 февраль 2004 йыл) — Татарстандың халыҡ яҙыусыһы (1998). 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Нурихан Фәттах (тулы исеме Нурихан Садрыйман улы Фәттахов) 1928 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө контоны[1] Костин ауылында тыуған.

1944 йылда «Совет әҙәбиәте» журналында Нурыйхан Фәттәхтың тәүге шиғыры баҫылып сыға. 1946 йылда ул Яңауылдың 1-се урта мәктәбен тамамлай.

1946—1951 йылдарҙа Ҡазан университетында «Татар теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса уҡый. Университетты тамамлағандан һуң Татарстан китап нәшриәтендә балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте редакцияһында эшләй. 1952—1953 йылдарҙа Чистай ҡалаһында «Сталин байрағы» район гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. 1953 йылдан Ҡаҙанда йәшәй. 1957 йылда уның «Һеҙҙеңсә нисек?» тип аталған тәүге романы донъя күрә. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән ваҡытта Павлодар янындағы «Ҡаҙан» совхозына йыш бара һәм оҙаҡ-оҙаҡ ҡына йәшәп китә. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Әҙипкә 1979 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1994 йылда «Һыҙғыра торған уҡтар» дилогияһы өсөн ул Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 1998 йылда татар әҙәбиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн Нурихан Фәттәхҡа «Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

«Этот загадочный фестский диск» һәм «Родословная: историко-лингвистические исследования» китаптарында[2]боронғо мысырҙарҙың боронғо төркиҙәргә туған булыуы тураһындағы фаразын әйтә.[3].

  • «Һеҙҙеңсә нисек?» повестар китабы, 1955)
  • «Бала күңеле далала», 1962)
  • «Мөдир Сажиҙә»),1968.
  • «Кисеү» , 1995.
  • «Аҡлан»,2009

Балалар өсөн әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Наш младший брат»
  • «Ирек, Алмаз и Джалиль»
  • «Рассказ о сестре и двух братьях» («Өч туган»)
  • «Тегермәндә», «Безнең бабай»
  • «Энҗеле үрдәк» (сказочная пьеса для кукольного театра) и др.
  • «Итил» романы («Итил-река течет» («Итил суы ака торур») һәм башҡа тәржемәләр) (1960)
  • «Ҡол Ғәли» трагедияһы (татар. «Кол Гали»«Кол Гали»)
  • «Һыҙғыра торған уҡтар» (татар. «Сызгыра торган уклар») (2-се, пер. изд. — 1991)
  • «Алыҫ быуаттар ауазы» («Ерак гасырлар авазы»)
  • «Самат ҡыҙы Сәринә» («Сармат кызы Сәринә»)
  • «Аллалар һәм фирғәүендәр теле»

Н. Фәттәхтың «Ҡол Ғәли» трагедияһы Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында ҡуйыла. Кәрим Тинчурин исемендәге Драма һәм комедия театры «Итил һыуы аға торор» пьесаһын сәхнәләштерә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979)
  • Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы (1994)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1998)