Эстәлеккә күсергә

Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы

Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы (19.06. 1933, Ишембай- 06.01.2003, Ишембай)- элекке Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Смаҡай ауылында (Ишембай ҡалаһы биләмәһе) тыуған.КПСС-тың Сибай ҡала комитетының беренсе секретары (1980- 1983), Бәләбәй ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе (1973- 1980), инженер-нефтсе. Подполковник. СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы. «Почет билдәһе» ордены кавалеры. Ишембай ҡала һәм районы Почетлы гражданы.

Рафиҡ Абдрахман улы Ғүмәров1933 йылда Смаҡай ауылында (Ишембай ҡалаһы) донъяға килгән. Атаһы- Абдрахман Мозафар улы Ғүмәров (1909-1943?) «Тәйрүк» артелендә бригадир була. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Әсәһе-Смаҡай ауылы ҡыҙы Сәхипъямал Лотфулла ҡыҙы Ғүмәрова (Рәхмәтуллина) .

Башланғыс белемде ауылдағы 14-се мәктәптә ала, 1949 йылда Ишембай ҡалаһында 3-се һанлы урта мәктәпте (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) тамамлай.

1949-1954 йылдар- Өфө нефть институтында уҡый.

1954- 1965 йылдарҙа Ишембай быраулау эштәре идаралығында быраулаусы ярҙамсыһы,быраулаусы, быраулау мастеры, техник, быраулау идаралығы участкаһы өлкән инженеры булып эшләй.

1965 – 1966 йылдар- Ишембай ҡала Советы башҡарма комитетының сәнәғәт- транспорт бүлеге мөдире, Ишембай ҡала Советы депутаты.

1966-1973 йылдар-КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек инструкторы.

1973-1980 йылдар- Бәләбәй ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Был осорҙа ҡаланы төҙөкләндереү өсөн бар көсөн һала. Бында асфальт заводы, бала табыу йорто, техника йорто төҙөлә. Ленинград проектсылары Бәләбәй ҡалаһы генераль планын эшләй.

1980- 1983 йылдар- КПСС-тың Сибай ҡала комитетының беренсе секретары.

1983-1996 йылдарҙаИшембай быраулау эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары.

1990-се йылдар- Ишембай ҡалаһы башҡорт халыҡ үҙәге комитеты ағзаһы, етәксеһе булараҡ оҙаҡ йылдар йәмәғәт эштәре башҡара. 2-се һанлы интернат-мәктәпкә башҡорт гимназия-интернаты статусын юллау, 8-се тулы булмаған урта башҡорт мәктәбен асыу,Смаҡай ҡасабаһы ерҙәрен һаҡлап алып ҡалыу, йыл һайын Сағыл тауында 1-се Май байрамын ойоштороу, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарға һәйкәл булдырыуҙы юллау һәм башҡа бик күп эштәрҙең уртаһында ҡайнай.

Ишембай ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы.

2003 йылдың 6 ғинуарында вафат булған, Смаҡай ауылы (Ишембай ҡалаһы) зыяратында ерләнгән.

Ҡустыһы- Рәсүл Ғүмәров, СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы. Һеңлеһе- Фәүриә. Ҡатыны- Шәүрә Хәсән ҡыҙы Ғүмәрова (Сәмерханова). Балалары- Әлфиә, Рәйсә.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почет билдәһе» ордены (1981)
  • «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. В.И.Ленин тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970)
  • «СССР-ҙың нефть һәм газ сығарыу сәнәғәте отличнигы» (1991)
  • Ишембай ҡала һәм районының Почетлы гражданы.
  • Ишимбайская энциклопедия, Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2015, с.177
  • «Беҙ Смаҡай ейәндәре», Ф.Бәширова(Аллағолова), Туймазы, ГУП РБ РИК «Туймазинский вестник», 2014
  • Версия для печати > Памятные даты Ишимбая: 85 лет назад

voshod.bashkortostan102.ru › news › print:page,1,8112-pamyatnye-daty-ish...