Синицын Василий Иванович
Синицын Василий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 декабрь 1920 |
Тыуған урыны | Мәләүез, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 14 октябрь 1971 (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Новозыбков[d], Брянск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Новозыбков[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Синицын Василий Иванович (12 декабрь 1918 йыл — 14 октябрь 1971 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Иванович Синицын[1] 1918 йылдың (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1920 йыл[2]) 12 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез ауылында[3] тыуған.
Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең 7 синыфын тамамлаған. Ташкент ҡалаһында заводта слесарь булып эшләй.
1939 йылда Башҡорт АССР-ының Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1940 йылда кесе авиация белгестәренең Балашов мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1941 йылдың 26 июненән.
1941 йыл — кесе сержант, 50-се алыҫ араға осоусы авиадивизияһы 81-се уҡсылар авиацияһы полкының уҡсы радисы.
1942 йыл — старшина, 5-се гвардия алыҫ араға осоусы авиация полкының һауа радист уҡсыһы.
1945 йыл — кесе лейтенант, Севастополь полкы 5-се гвардия бомбардировка авиацияһының эскадрилья бәйләнеше начальнигы.
Һуғыштан һуң В. И. Синицын СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1953 йылда Юғары осоу-тактика мәктәбен тамамлай.
1953 йылдың ноябренән капитан В. И. Синицын — запаста. Брянск өлкәһенең Новозыбков ҡалаһында йәшәй. Ҡала элемтә бүлеге начальнигы була, ҡала хәрби комиссариатында эшләй.
1971 йылдың 14 октябрендә вафат була. Новозыбков ҡалаһында ерләнгән.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«5-се гвардия бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья элемтәһе начальнигы (11-се гвардия бомбардировка авиацияһы дивизияһы, 1-се гвардия бомбардировка авиацияһы корпусы, 18-се һауа армияһы) гвардия кесе лейтенанты Синицин Василий 1945 йылдың апреленә ДБ-3, ИЛ-4 самолеттарында мөһим хәрби-сәнәғәт үҙәктәрен бомбаға тотоу өсөн дошмандың алыҫ тылына 365 хәрби осош яһай (шуларҙың 332-һе төндә), һауа һуғышында шәхсән өс дошман самолетын бәреп төшөрә».
Бомбардировщик экипажы тарафынан дошманға зыян килтерелә:
- дошман самолеты юҡ ителә — 3;
- ерҙә самолеттар юҡ ителә— 41;
- танктар юҡ ителә — 48;
- йөк автомашиналары юҡ ителә— 131;
- яғыулыҡ келәттәре юҡ ителә — 10;
- боеприпастар менән складтар юҡ ителә— 11;
- тимер юл депоһы емерелә — 3;
- пакгауз станцияһы емерелә— 4;
- тимер юл эшелондары яндырыла — 8;
- тимер юл полотноһы сафтан сығарыла — 31;
- аэродромда ангарҙар емерелә — 4;
- кисеүҙәр емерелә — 3;
- зенит артиллерия нөктәләре баҫтырыла — 20;
- прожекторҙар баҫтырыла — 20.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия кесе лейтенанты Синицын Василий Ивановичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 8670) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Советтар Союзы Геройы исеме бирелеп,Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла— СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусында Указы[2][4], Ҡыҙыл Байраҡ ордены — алыҫ араға оса торған авиацияның 1943 йылдың 24 октябрендә № 0595/н бойороғо[5], 1942 йылдың 31 декабрендә 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены — 1941 йылдың 5 ноябрендә Көньяҡ фронт хәрби советының 019/н-сы һанлы ҡарары, миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новозыбков ҡалаһында В. И. Синицын йәшәгән йортҡа Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[6].
- 1971 йылдың 9 декабрендә хеҙмәтсәндәр депутаттарының Новозыбков ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән Новозыбков ҡалаһының Нижняя урамы В. И. Синицын урамы тип үҙгәртелә[6].
- 1974 йылдың 17 сентябрендә Новозыбков ҡалаһында Синицын Василий Ивановичтың ҡәберендә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл асыла[6].
- 1975 йылда Мәләүез ҡалаһының Бельская урамы Синицын урамы итеп үҙгәртелә[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В некоторых источниках приводится вариант написания фамилии Синицин
- ↑ 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 44, л. 57—59)
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһы
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 192, л. 6).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2513, л. 3, 85, 86).
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Василий Иванович Синицын.
- ↑ Улица имени Василия Синицына(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979. — Кн. 4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синицын Василий Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2018)
- Синицын Василий Иванович . «Герои страны» сайты.
- Подвиги их — бессмертны 2016 йыл 4 март архивланған..
- Синицын Василий Иванович.
- Подвиг ваш бессмертен, имени — жить в веках 2014 йыл 14 июль архивланған..
- 12 декабрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 14 октябрҙә вафат булғандар
- 1971 йылда вафат булғандар
- Брянск өлкәһендә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- КПСС ағзалары
- Башҡортостанда тыуғандар