Эстәлеккә күсергә

Рябов Андрей Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рябов Андрей Фёдорович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 29 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Воскресенск, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 февраль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Рябов Андрей Фёдорович (29 октябрь 1925 йыл — 14 февраль 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).

Андрей Фёдорович Рябов 1925 йылдың 29 оҡтябрендә Башҡорт АССР‑ының Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск ҡасабаһында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

8 синыфты тамамлағас, Мәләүез ҡалаһында һөт заводында эшләй.

1943 йылдың ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1943 йылдан.

1944 йылдың март айында аяғы яралана һәм сентябргә тиклем Днепропетровск һәм Силәбе госпиталендә дауалана.

Демобилизациянан һуң Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Башта токарь, аҙаҡ — машиналар төҙөү заводында техник контоль бүлегендә контолер булып эшләй. 1962 йылда — инвалидлыҡ буйынса пенсияла. Хаҡлы ялда булып, 1977 йылдан 1988 йылға тиклем Ишембай уҡсылар тирында инструктор булып эшләй.

2004 йылдың 14 февралендә вафат була, Ишембай ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Рябов Андрей Федоровичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6798) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2][3].
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[4] миҙалдар менән (1985) бүләкләнә.

А. Ф. Рябовтың бүләкләү ҡағыҙынан[2]:

1943 йылдың 28 сентябрендә Днепр йылғаһының уң яғында һөжүм ваҡытында дошмандың пулемёт нөктәһе беҙҙең һөжүм итеүсе пехотаға ҡамасау итә, Рябов, оҫта йәшеренеп, дошманың алғы һыҙығына үтеп инә һәм пулемёттан атҡан немец һалдаттарының окобына гранаталар ташлай, 10-ға яҡын гитлерсыны юҡ итә, пулемёттары менән өсәүһен әсирлеккә ала.

Дошман үҙенең көслө ҡаршы һөжүмендә танктарына тотона, беҙҙең пехота ҡыҫымға алына. Беҙҙең пехота өсөн ошондай киҫкен ваҡытта, Рябов, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, дошмандың танкын яҡын аралыҡҡа ебәрә һәм ПТР уты менән бер танкты һәм бер бронемашинаны яндыра, шул уҡ ваҡытта 10-ға яҡын немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Ҡараңғылыҡтан файҙаланып, һуғыш яланынан өс яралы яугирҙе сығара һәм уларға ярҙам күрһәтә.

Иптәш Рябовтың иҫәбендә 20 юҡ ителгән немец һалдаты. Өс немецты әсирлеккә ала.

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылы
  2. 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 41, л. 378, 379).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 20, л. 4).
  4. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.