Васильевка ауыл советы (Ишембай районы)
Васильевка ауыл советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Васильевка |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Васильевка ауыл советы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының бөтөрөлгән муниципаль берәмеге. Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы, ауыл биләмәһе[1] статусына эйә була. Петровск ауыл советы менән берләштерелә.
Административ үҙәге — Васильевка ауылы. Ауыл советы составына шулай уҡ Алмалы, Ғүмәр ауылдары ла инә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 18 ноябрендәге «Айырым ауыл советтарын берләштереүгә, тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» законына ярашлы Васильевка ауыл советы бөтөрөлә һәм ауыл биләмәһе[2] Петровск ауыл советы составына индерелә:
"25) Ишембай районы буйынса:
<…> б) Петровск һәм Васильевка ауыл советтарын, "Петровск « атамаһын һаҡлап, административ үҙәген Петровскиҙа ҡалдырып, берләштерергә. Петровск ауыл советы составына Васильевка ауыл советының Васильевка, Алмалы, Ғүмәр ауылдарын индерергә. Петровск ауыл советы сиктәрен тәҡдим ителгән һыҙма картаға ярашлы раҫларға.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Васильевка ауыл советын төшөрөп ҡалдырырға».
Власть
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населенных пунктов» (Принят Государственным Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)