Йәнырыҫ ауыл советы (Ишембай районы)
Йәнырыҫ ауыл советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Йәнырыҫ ауылы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Халыҡ һаны |
805 кеше (1 ғинуар 2018)[2], 1184 кеше (2002)[3], 1256 кеше (2009)[3], 996 кеше (2010)[4], 950 кеше (2012)[5], 955 кеше (2013)[6], 934 кеше (2014)[7], 907 кеше (2015)[8], 872 кеше (2016)[9], 833 кеше (2017)[10] |
Рәсми сайт | yanurus.ru |
Урындағы телефон коды | 34794 |
Йәнырыҫ ауыл Советы — Башҡортостандың Ишембай районы муниципаль берәмеге.
Состав: Йәнырыҫ, Ҡыяуыҡ (Кияук), Яңы Йорт, Екатериновка, Михайловка ауылы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-3-сө һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы ауыл биләмәһе[11] статусына эйә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[12] | 2009[12] | 2010[13] | 2012[14] | 2013[15] | 2014[16] | 2015[17] |
1184 | ↗1256 | ↘996 | ↘950 | ↗955 | ↘934 | ↘907 |
Даими рәүештә 1256 кеше йәшәй (2013 йылға даими йәшәүселәр һаны 1143 человек тәшкил итә[18], ихаталар — 605 (607[18]). Бөтәһе 661 һалым түләүсе, уларҙың 422-һе пенсионер, улар эшкә яраҡлы халыҡтың 67 % тәшкил итә.[18].
Ауыл биләмәһенең составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Ауыл | Төрө | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Йәнырыҫ | село, административный центр | ↘748[13] |
2 | Ҡыяуыҡ | деревня | ↘146[13] |
3 | Яңы Йорт | хутор | ↘55[13] |
4 | Михайловка | деревня | ↘26[13] |
5 | Екатериновка | деревня | ↘21[13] |
Урындағы үҙидара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл советы хакимиәте
Административ үҙәге: Йәнырыҫ ауылы. Адресы: 453237, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай районы, Йәнырыҫ ауылы, Пролетарийҙар урамы, 14а.
Хакимиәт башлығы: Зәйнуллин Камил Зөфәр улы.
Эштәргә идара итеүсе: Яппарова Наилә Харис ҡыҙы.
Телефондар: (34794) 73-3-33, 73-3-07
Факсы: (34794) 73-3-32
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл советы биләмәһендә түбәндәге бюджет учреждениелары эшләй:
- урта дөйөм белем биреү мәктәбе,
- «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы,
- Йәнырыҫ ауылында ауыл Мәҙәниәт йорто,
- Ҡыяуыҡ ауылында ауыл клубы,
- ауыл китапханаһы,
- Йәнырыҫ һәм Ҡыяуыҡ ауылдарында фельдшер-акушер пункттары.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Агрохимия», «Алға» фермер хужалыҡтары.
- 2009 йылда Ергән МТС-ының Ишембай филиалы беренсе тапҡыр һөрөнтө ерҙәрҙе үҙләштерә башланы.
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың 1 ғинуарына Йәнырыҫ ауыл Советы буйынса торлаҡ фонды 28560 кв. м. тәшкил итә[18].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылда Йәнырыҫ ауылында Фрунзе урамында күпер һалынды. Ҡыяуыҡ ауылында Ҡыяуыҡ йылға аша күпер ҙә тамамланыу алдында.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камалов Наил Карам улы – уҡытыусы -математик, «Йәнырыҫ» китабы авторы
- Рәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙы – (15 декабрь 1921 — 21 октябрь 1996) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. 1952 йылдан — КПСС, 1961 йылдан — СССР союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982). Йәнәрыҫ
- Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы (Тамара Искәндәриә, Искәндәрова)- шағирә, Ҡыяуыҡ
- Яхин Зыя Шәмсетдин улы –подполковник, Кемерово ҡалаһы военкоматында хеҙмәт иткән;
- Хисмәтуллин Нурулла Кәлимулла улы – спортсы, ирекле көрәш буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы
- Маннанов Илдус Самат улы – медицина фәндәре докторы,
- Яҡупов Зөфәр Ғәли улы- Ишембай районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары, Йәнырыҫ
- Яппарова Әсмә Абдулла ҡыҙы – БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, Йәнырыҫ
- Маннанов Абдрахман Сабир улы – Йәнырыҫ ауылында тәүге юғары белем алған уҡытыусы, журналист;
- Сәлимов Хәниф Зәйләғи улы– Стәрлетамаҡ ҡалаһы 97-се ПУ директоры
- Таипов Нуретдин Нуруллович – Башҡортостан аграр университеты проректоры
- Хәмиҙуллин Марс Ғилметдин улы – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты (хәҙерге БДУ филиалы) ректоры
- Рәжәпов Рәмил Камалетдин улы - БР Дәүләт контроль комитеты рәйесе урынбаҫары
- Баһауетдинов Илдар Асҡәт улы – БР военкомы вазифаһын башҡарыусы
- Хәбиров Фарит Барый улы- Ишембай ҡалаһындағы 1-се СПТУ (хоҡуҡ боҙған ҡыҙҙар өсөн) директоры, Һайран урта мәктәбе директоры, Р.Ф.Хәбировтың атаһы, Ҡыяуыҡ
- Рәжәпов Камалый Ғизетдин улы – Ишембай районының Почетлы гражданы
- Әминев Марат Әхмәтғәли улы- Ишембай районы мәғариф бүлеге мөдире
- Маннанов Шакир Фәтих улы- Дан орденының тулы кавалеры (Дан орденының тулы кавалерҙары — Дан ордены менән дүрт тапҡыр бүләкләнгән 29 яугирҙың береһе) , Ҡыяуыҡ
- Абыҙгилдина Венера Хәмит ҡыҙы- табип- офтальмолог, 1974-1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы баш глаукоматологы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ 12,0 12,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ 18,0 18,1 18,2 18,3 http://sovet.ishimbaimr.ru/files/Reshenia_soveta/25.04.13/Комплексная_программа_СЭР_на_2013-2015гг_скорректированная.doc 2016 йыл 9 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница администрации Янурусовского сельсовета(недоступная ссылка)
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://ishimbai.bilix.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=168:administracziya-selskogo-poseleniya-yanurusovskij-selsovet-municzipalnogo-rajona-ishimbajskij-rajon&catid=59&Itemid=268&lang=ba(недоступная ссылка)
- http://www.gazeta-toratay.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=1734:2011-10-25-05-04-56&catid=180:124-25102011-&Itemid=100 2016 йыл 5 март архивланған.
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |