Эстәлеккә күсергә

Абыҙгилдина Венера Хәмит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абыҙгилдина Венера Хәмит ҡыҙы
Тыуған көнө 18 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто БДМУ

Абыҙгилдина Венера Хәмит ҡыҙы (18 март 1939 йыл, Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙерге Ишембай) Йәнырыҫ ауылы — 5 май 2006 йыл, Өфө ҡалаһы) — табип-офтальмолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1991), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981).

1964 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Өфөлә 18-се ҡала больницаһында участка терапевты,1966 йылдан 10-сы ҡала больницаһында окулист булып эшләй.

1968 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһында ординатураға уҡырға инә.

1970 йылдан башлап, Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтында эшләй. 1974 йылдан- глаукома кабинеты мөдире, шул уҡ саҡта Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш глаукоматологы вазифаларында эшләй. Венера Хәмит ҡыҙы республика табиптары менән берлектә глаукома сирен киҫәтеү, уны башланған осорҙа диагнозлап, кешеләрҙең күреү һәләтен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә.

1987-1998 йылдарҙа консультация- поликлиника бүлеге мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге 40 йәштән уҙғандар араһында глаукоманы башланған осоронда уҡ табып, сирлеләрҙе диспансеризациялауға арналған. Венера Хәмит ҡыҙы Абыҙгилдина- 7 фәнни хеҙмәт авторы.

Тормош иптәше Юнир Миңлеғәли улы Абыҙгилдин -профессор, техник фәндәр докторы, 1986- 2004 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть-техник университет проректоры[1]. Улы- Айрат Юнир улы Абыҙгилдин, техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт нефть-техник университетының инженерлыҡ графика кафедраһы мөдире[2].

  • Ишимбайская энциклопедия,-Уфа: Башкирская энциклопедия.-2015г.-С.55.
  1. башкирская-энциклопедия.рф/.../2.../7613-abyzgildin-yunir-minigaleevich.html
  2. башкирская-энциклопедия.рф/index.php/7611