Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тамара Искәндәриә
Yuldasheva Tamara.jpg
Исеме:

Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы

Тыуған көнө:

10 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы, шағир, драматург, публицист

Ижад йылдары:

1978 йылдан

Йүнәлеше:

әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф

Жанр:

мәҡәлә, очерк, интервью, шиғыр, поэма, балалар өсөн әкиәт, хикәйә, пьеса

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса
рус теле

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы, Тамара Искәндәриә (10 июнь 1958 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, һәм тәржемәсе. 2010 йылдан «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире. 1992 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, 2004 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012).

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева (ҡыҙ фамилияһы Искәндәрова) 1958 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылында тыуған. Йәнырыҫ урта мәктәбен тамамлағас, Ишембай трикотаж фабрикаһында тегенсе булып эшләй, 1976—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының рус бүлегендә юғары белем ала.

1981 йылдан алып хәҙергәсә, бына утыҙ биш йылдан ашыу инде, Тамара Искәндәриә республика матбуғатында һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләй. «Йәншишмә», «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәре, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы, «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары аша халыҡҡа еткергән һүҙе һәр саҡ тос, төплө, аҡыллы, йылы, ихлас булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әле Тамара Искәндәриә — «Аҡбуҙат» балалар журналы баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиғриәткә уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында килә. Студент сағында университеттың «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Уның шиғри ҡулъяҙмаларына билдәле ғалим-тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов юғары баһа бирә. «Тояҡтар йыры», «Ер менән Күк араһында», «Ете даръям», «Көн менән Төн сиге», «Моң-тәлгәш» тигән шиғри йыйынтыҡтары һәм балалар өсөн «Шашка иленә сәйәхәт», «Бәрәкәтле көн» исемле проза әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡтары Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күрә. «Каменная река» тигән рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙар китабы ИНЕШ нәшриәтендә баҫыла. Тамара Искәндәриәнең күп яҡлы ижады Муса Ғәли, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ғәҙилә Бүләкова, Әнғәм Хәбиров мәҡәләләрендә төплө анализлана. Хәҙерге заман башҡорт шиғриәтенең һәм балалар әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләүсе юғары кимәлдәге ижад булараҡ нарыҡлана. Яҙыусының әҫәрҙәре менән уҡыусылар Рәсәй һәм республика гәзит-журналдары аша даими танышып тора.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тояҡтар йыры: Шиғырҙар // Йәш тауыштар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 128 бит.
  • Ер менән Күк араһында: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 80 бит.
  • Ете даръям: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1999. — 208 бит.
  • Аҙнабикә: Поэма. — Өфө,2004.
  • Аҙнабикә. Азнабика, мать Салавата: Поэма (башҡорт, рус телдәрендә). — Өфө, 2006.
  • Көн менән Төн сиге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2008. — 296 бит.
  • Моң-тәлгәш: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2013. — 303 бит.
  • Шашка иленә сәйәхәт: Фантастик хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2013. — 16 бит.
  • Бәрәкәтле көн: Әкиәттәр, хикәйәләр.— Өфө: Китап, 2016. — 80 бит.
  • Каменная река: Стихи, поэма. — Уфа: ИНЕШ, 2016. — 96 стр.
  • Бир биште, бына усым!: Шиғырҙар. — Өфө, Аҡбуҙат, 2016. — 16 бит.
  • Там, там, Тамсыҡай!: Әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар. — Өфө, Аҡбуҙат, 2017. — 55 бит.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелгән 10 май 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.) (Тикшерелгән 10 май 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]