Эстәлеккә күсергә

Ҡоҙаш (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡоҙаш
Ҡоҙаш
Рәсми атамаһы Ҡоҙаш
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1981
Карта

Ҡоҙаш (урыҫ. Кудашево) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ҡолғона ауыл советына ҡараған юҡҡа сыҡҡан ауыл.

1939 йылда Ҡоҙаш ауылында 135 кеше йәшәһә, 1959 йылда йәшәүселәр һаны 74 кешегә етә[1]

Ауыл Кесе Ҡоҙаш йылғаһы ярында урынлашҡан була. Ауылдан бер нисә саҡрымда ғына Йүкәле тау һырты ята. Ҡоҙаш ауылы район үҙәге булған Ишембай ҡалаһынан 97 километр, Ҡолғона ауыл советынан бер нисә километр алыҫлыҡта урынлаша. Иң яҡын тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ))[1] 95 километр алыҫлыҡта була.

1920 йылда Маҡар олоҫонда ауылға утар булараҡ нигеҙ һалына. 1939 йылда Әрәмҡоҙаштан 12 кешенең, Кесе-Ҡоҙаштан 47 кешенең, ҡарауыл йорто ҘурҠоҙаштан 9 кешенең Ҡоҙаш ауылына күсенеп ултырыуы иҫәпкә алына, 1950 йылдың уртаһына тиклем был ауылда кешеләр йәшәй.

Ауыл 1970-се йылдар уртаһына тиклем була[1]. Рәсми рәүештә 1981 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 14 сентябрҙәге 6-2/327-се «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлау тураһындағы» Указына ярашлы Ҡоҙаш ауылы бөтөрөлә.

Ауыл Р316 трассаһында, Ҡолғонанан Берәтәккә тиклемге участкала ултыра. Кесе Ҡоҙаш ауылынан Кесе Ҡоҙаш йылғаһы үҙәне буйлап урындағы әһәмиәттәге юл һуҙыла[2].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт ҡомартҡылары: Кесе ҡоҙаш йылғаһы һәм Ҡоҙаш тауы (599. м.)[2].