Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы
Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 июль 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Үрге Этҡол, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Әүҙемлек урыны | "Башҡортостан" гәзите һәм Башҡортостан ҡыҙы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы (27 июль 1953 йыл) — совет журналисы. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы Арыҫланова 1953 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Үрге Этҡол ауылында тыуған.
1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзитендә башлай. 1981 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре, 2001 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире.
Башҡорт энциклопедияһы журналист тураһында шулай итеп яҙа:
Социаль һәм әхлаҡи-этик проблемалар буйынса, Башҡортостан Республикаһы халҡын медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр серияһы авторы
Башҡортостан хөкүмәте 2013 йылдың июлендә журналистың 60 йәшен билдәләне[1]/
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2001).
- Бөтә Рәсәй иң яҡшы әҫәргә конкурсының «Еңеп сығыу» номинацияһында лауреат була (2010)[2][3]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы//Башҡорт энциклопедияһы. 7 т./Баш мөхәррир. Илһамов М. А. Том 1 : А — Б. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005. — 624 б.: илл.: карт. 191. б.
- Ишимбайская энциклопедия|место=Уфа|издательство=Башкирская энциклопедия|год=2015|страницы=76|страниц=656|isbn=978-5-88185-205-4|тираж=3000}}