Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙы
Тыуғас бирелгән исеме:

Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙы

Эшмәкәрлек төрө:

педагог, башҡорт теле уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты

Тыуған көнө:

1958({{padleft:1958|4|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Этҡол ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы ()

Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева) (08.11. 1954) — уҡытыусы-ғалим, педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1954 йылда Ишембай районы Үрге Этҡол ауылында тыуған.

1975 йылда Этҡол урта мәктәбен тамамлаған. Башланғыс кластарҙа Гөлнур Аҙнабаеваны сығышы менән Көҙән ауылынан Роза (Рауза) Рәүеф ҡыҙы Маннанова(Әхмәтшина) уҡыта. Рауза Рәүеф ҡыҙы- Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡустыһы Рәүеф(Ғәбдрәүеф) Әхмәтша улы Вәлидов ҡыҙы.

1975- 1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай. Белеме буйынса- башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1980-1983 йылдарҙа Федоровка районы Яңы Яуыш тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта, 1983 йылдан башлап, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1993-1996? йылдарҙа ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтынының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында аспирантурала уҡый. Фәнни етәксеһе профессор Булат Гафаров.

Гөлнур Аҙнабаева- Ишембай ҡалаһы һәм мәктәптәренең методик берләшмәһе етәксеһе булараҡ, күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен замана талаптарына яраҡлы юғары кимәлдә уҡытыуҙы ойоштороуға күп көс һалған шәхес. Уҡытыусылар өсөн асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Ҡала шарттарында үҫкән балаларҙа туған телгә һөйөү, башҡорт халҡының тарихи үткәне һәм бөгөнгөһө өсөн ғорурлыҡ хисе тәрбиәләй,уларҙы алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәтә. Г.Аҙнабаеваның уҡыусылары күп тапҡыр Урал батыр эпосын яттан һөйләү конкурсында ҡатнашып, тәүге урындарҙы ала, төрлө тематик конференцияларҙа сығыш яһай. Уҡыусылары араһында театр артистары , телевидение режиссерҙары, дикторҙары (Рита Шәмсетдинова,Фаягөл Дәүләтйәрова,Лилиә Дауытова һәм башҡалар), журналистар (Гөлназ Халиҡова) бар. 2010 йыл- Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 10-сы съезы делегаты (Өфө ҡалаһы).

Фәнни хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2004 йылда Гөлнур Аҙнабаева Мәскәүҙә " ИСПОЛЬЗОВАНИЕ СИСТЕМЫ УКРУПНЕННЫХ ДИДАКТИЧЕСКИХ ЕДИНИЦ НА УРОКАХ БАШКИРСКОЙ ЛИТЕРАТУРЫ В СТАРШИХ КЛАССАХ" тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡызы» республика журналдары редакциялары, шулай уҡ Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Якуб Омероглы һәм Эсхешехир (Төркиә) ҡалаһы губернаторы Гюнгер Азим Туна ҡатнашлығында уҙғарылған Мәхмүт Ҡашғари исемендәге III халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабында еңеп, Гөлнур Аҙнабаева беренсе урын алды . Аҙнабаеваның конкурсҡа тәҡдим иткән хикәйәһе «Фортуна» тип атала. Хикәйәләү нигеҙендә авторҙың ғаиләһе тормошонан, туғандарының береһе — 1996 йылда Чечен Республикаһында хәрби ваҡиғалар ваҡытында һәләк булған, Фәрғәт исемле йәш егеттең тарихы ята. Дуҫтары шаяртып уны «Фортуна» тип йөрөткән. Уның яҙмышын, туғандарының, дуҫтарының, полкташтарының уның тураһында хәтирәләрен Гөлнур Аҙнабаева ошо әҫәрҙә һөйләргә була.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006,2011 йылдарҙа "Мәғариф" өҫтөнлөклө проект сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында еңеүсе, Рәсәй Федерацияһы Президентының грантына лайыҡ була. 2001 йыл- Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы 2003 йыл- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы 2010 йыл- Зәки Вәлиди исемендәге йәмәғәт премияһы лауреаты

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ИСПОЛЬЗОВАНИЕ СИСТЕМЫ УКРУПНЕННЫХ ДИДАКТИЧЕСКИХ ЕДИНИЦ НА УРОКАХ БАШКИРСКОЙ ЛИТЕРАТУРЫ В СТАРШИХ КЛАССАХ 13.00.02 - Теория и методика обучения и воспитания (литература) АВТОРЕФЕРАТ диссертации на соискание ученой степени кандидата педагогических наук Москва-

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Использование системы укрупненных дидактических единиц на ...

nauka-pedagogika.com/.../dissertaciya-ispolzovanie-sistemy-ukrupnennyh-didaktiche... Автореферат диссертации по теме "Использование системы укрупненных дидактических единиц на уроках башкирской литературы в старших классах ...

  • Об утверждении списка победителей конкурса на получение ...

docs.pravo.ru/document/view/26210284/

  • Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе ...

https://ba.wikipedia.org/.../Мәхмүт_Ҡашғари_исемендәге_...