Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 28 июнь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Иҫәкәй
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]

Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (28 июнь 1955 йыл) — ғалим-юрист, юғары мәктәп эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003—2017 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. 2010 йылдан «Рәсәй юристар ассоцияцияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Юридик фәндәр докторы (2005), профессор (2005). Полиция генерал-майоры (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәһим Баязит улы Мөхәмәтшин 1955 йылдың 28 июнендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Иҫәкәй ауылында тыуған.

1974 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

1976 йылда СССР Эске эштәр министрлығы Саратов махсус урта милиция мәктәбенең тәфтиш хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү бүлегенә уҡырға инә.

1978 йылда Өфө ҡалаһы Киров район Советы башҡарма комитетының эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе булып эшләй башлай.

1981 йылда СССР Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлай.

1985 йылда Өфө ҡалаһы Киров районы эске эштәр бүлегенең Тәүтикшереү отделениеһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1987-1990 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығы Академияһы адъюнктураһында уҡый.

1990 йылда енәйәт процессы проблемаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Шул уҡ йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Өфө Юғары мәктәбендә енәйәт процессы һәм криминалистика кафедраһында уҡыта башлай.

1991 йылдан 1992 йылға тиклем — енәйәт процессы һәм криминалистика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. 1992 йылдан 1994 йылға тиклем — шул уҡ кафедраның доценты.

1994 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Өфө Юғары мәктәбендә енәйәт процессы һәм криминалистика кафедраһы начальнигы, 1996-1998 йылдарҙа — Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының енәйәт процессы һәм криминалистика кафедраһы начальнигы.

1998-2003 йылдарҙа — институт начальнигының уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары.

2003 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә[1].

2004 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1999 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеме бирелә.

Өфө ҡала Советының ике саҡырылышы депутаты, законлылыҡ буйынса комиссия рәйесе була. 1999 йылда тәжрибә уртаҡлашыу һәм енәйәт-башҡарыу системаһының тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Бөйөк Британияла була.

20032011 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы[2]. «Рәсәй юристар ассоцияцияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе[3]. Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы составына инә[4]. «Правовое государство: теория и практика» журналы редколлегияһына инә[5]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ике улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999)
  • Салауат Юлаев ордены (2015).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]