Мөхәмәтшин
Уҡыу көйләүҙәре
Мөхәмәтшин — башҡорт һәм татар халыҡтарында киң таралған фамилия. Ғәрәп һәм фарсы сығышлы «Мөхәмәтша» тигән ҡушма һүҙҙән яһалған. Мөхәмәт + шаһ: Мөхәмәткә ҡараған, мосолман мәғәнәһен аңлата.
- Мөхәмәтшин Ғәлимйән (1918—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы (1963) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, вице-адмирал. 2016 йылдың 7 октябренән Балтик флотының штаб начальнигы — командующийҙың беренсе урынбаҫары.
- Мөхәмәтшин Сабир Әхмәтша улы (1901—1981) — педагог һәм журналист.
- Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы (1953—2017) — Рәсәй рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006).
- Мөхәмәтшин Фәрит Хәйрулла улы (22 май 1947 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
- Мөхәмәтшин Фәрүәз Баязит улы (1949—2017) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
- Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (28 июнь 1955 йыл) — ғалим-юрист, юғары мәктәп эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе.
- Мөхәмәтшина Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы (1953) — башҡорт журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2016)
![]() |
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |