Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы
татар. Урал Мөхәммәтшин
рус. Урал Гумерович Мухаметшин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 февраль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (63 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы (27 февраль 1953 йыл — 1 ғинуар 2017 йыл) — рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006).

Урал Ғүмәр улы Мөхәмәтшин 1953 йылдың 27 февралендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Ағаһы менән һәр йәйҙе Ҡандра ҡасабаһында өләсәһе янында үткәрә. Һуңыраҡ ошонда уҡ «Иҫке Ҡандрала әбейҙәр сыуағы» һәм «Атай портреты» картиналарын ижад итә.

1980 йылда Өфө сәнғәт институтының художество бүлеген тамамлай.

Үҙенең вафатына тиклем Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

2017 йылдың 1 ғинуарында Өфөлә вафат була.

«Крәҫтиәндәр һуғышы. Салауат һәм Пугачев», «Мифтахетдин Аҡмулла портреты», «Иҫке Ҡандрала әбейҙәр сыуағы» (2008), «Әсә портреты» (2010), «Крәҫтиәндәр һуғышы» (2008), «Яңы ай», «Ҡасим Девлеткильдеев портреты», «Атай портреты», «Ат — фронтҡа» — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышлап һәм башҡалар.

1975 йылдан республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006).