Мөхәмәтшин Ғәлимйән
Мөхәмәтшин Ғәлимйән | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1918 |
Тыуған урыны | Моҡас ауыл Советы, Баймаҡ районы, СССР |
Дата исчезновения человека | 10 июль 1942 |
Ерләнгән урыны | Икенсе Тербуны |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Мөхәмәтшин Ғәлимйән (башҡа сығанаҡтар буйынса исеме Ғәлләм, атаһының исеме урынына Н инициалы күрһәтелгән[1]) (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 2-се эскадроны отделениеһы командиры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлимйән Мөхәмәтшин 1918 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Моҡас ауылында<[1] тыуған. Баймаҡ үҙәк китапханаһы мәғлүмәттәренә ярашлы яугирҙың исеме Ғәлимйән[2]. Һуғыш башланғас, БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 1-се эскадроны взводында командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә (хәҙер Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Тербуны районы тирәһендәге аяуһыҙ алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[1]. Яугирҙың һуңғы төйәге — Икенсе Тербуны ауыл биләмәһендәге туғанлыҡ ҡәберлегендә. Кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар исемлегендә Моҡас ауыл Советында йәшәгән ҡатыны Мөхәмәтшина Заһира күрһәтелгән[3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[4]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- МУХАМЕТШИН Галлям (Галимьян) Н. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Мухаметшин Галлям Н. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Список потерь. 2 Тербуны. Братское захоронение