Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы
| Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 15 июль 1910 |
| Тыуған урыны | Ишембай районы |
| Вафат булған көнө | 26 июнь 1975 (64 йәш) |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | лейтенант |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d], пехота[d] һәм Народный комиссариат внутренних дел[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы (рус. Аккулов Абдулхак Габбасович; 15 июль 1910—26 июнь 1975)[1] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында, артабан — 132-се уҡсылар дивизияһында, 1944—1945 йылдарҙа — НКВД-ның 488-се айырым батальонында хеҙмәт итә. Политрук, лейтенант[2][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдулхаҡ Ғәббәс улы Аҡҡулов 1910 йылда (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Иҫәкәй ауылында тыуған.
1931 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай. 1941 йылға тиклем БАССР-ҙың Маҡар районында уҡытыусы булып эшләй. 1931-1936 йылдарҙа Маҡар ФЗО-һында математика уҡыта.
1937—1941 йылдарҙа Әрмет мәктәбенең директоры урынбаҫары, инспектор, заведующим Маҡар район мәғариф бүлеге мөдире, Этҡол мәктәбе директоры булып эшләй.
1941 йылдың 10 декабрендә БАССР-ҙың Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[1][3].
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙылармеец Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се полкында политрук булып хеҙмәтен башлай, 275-се кавалерия полкында, артабан — 132-се уҡсылар дивизияһында разведка взводы политругы итеп тәғәйенләнә, 1944—1945 йылдарҙа — НКВД-ның 488-се айырым батальонында хеҙмәт итә[2][4].
(«Халыҡ хәтере» сайтында тыуған көнө 1910 йылдың 15 июнендә тип күрһәтелгән һәм 60-сы кавалерия дивизияһының 175-се полкында хеҙмәт иткән тип алынған[5]).
Ҡаты яраланып, госпиталдә дауалана. Аяҡҡа баҫҡандан һуң, взвод командиры итеп тәғәйенләнә, лейтенант званиеһы бирелә.
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946 йылда демобилизацияланғандан һуң, Абдулхаҡ Ғәббәс улы Аҡҡулов мәғариф системаһында хеҙмәт итә.
Абдулхаҡ Ғәббәс улы Урман-Бишҡаҙаҡ балалар йорто, Кинйәкәй тулы булмаған урта мәктәбе директоры, Иҫәкәй башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.
Маҡар ауыл Советы рәйесе итеп һайлана.
1975 йылда вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- БАССР Мәғариф министрлығы Почёт грамоталары
- Ишембай халыҡ мәғарифы бүлеге Почёт грамоталары[3]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Ишембай районы Иҫәкәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Аккулов Абдулхак Габбасович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Аккулов Абдулхак Габбасович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Аккулов Абдулхак 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Ишимбайский район, т. 6, 2003 ISBN 5-295-03308-2
- В контакте. Аккулов Абдулхак Габбасович
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Дорога памяти. Аккулов Абдулхак Габбасович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- 1 2 Шаймуратовцы. Аккулов Абдулхак Габбасович
- 1 2 3 В контакте.
- ↑ В контакте. Аккулов Абдулхак Габбасович
- ↑ Память народа. Аккулов Абдулхак Габбасович
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Ишимбайский район, т. 6, 2003 ISBN 5-295-03308-2
- 15 июлдә тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Ишембай районында тыуғандар
- 26 июндә вафат булғандар
- 1975 йылда вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары