Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы

| Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1 май 1963 |
| Тыуған урыны | Ишмырҙа, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | 9 июнь 2026 (63 йәш) |
| Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
| Һөнәр төрө | журналист, яҙыусы |
| Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы[1] (1 май 1963, Ишмырҙа, Башҡорт АССР-ы — 9 июнь 2026 (63 йәш), Өфө) — педагог, журналист, яҙыусы. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нияз Зәбихулла улы Алсынбаев 1963 йылдың 1 майында Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих-инглиз теле факультетын тамамлай. 1986 йылдан алып 1989 йылға тиклем Баймаҡ районы мәктәптәрендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. 1989—1991 йлдарҙа БАССР-ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙары Дәүләт комитеты корреспонденты булып хеҙмәт итә. 1992—1997 йылдарҙа — Әбйәлил районының «Осҡон» корреспонденты. 1997 йылдан алып «Башкортостан» Дәүләт теле-радио компанияһында башта — сәнәғәт бүлеге корреспонденты, Урал аръяғы собкоры[2], һуңынан бүлек мөдире, радиотапшырыуҙар хеҙмәте начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
2004 йылдан алып года «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәти канал менән етәкселек итә. Шулай уҡ «Майҙан», «Даира» йәмәғәт-сәйәси программалары, «Кесерткән» радиофельетондар циклы алып барыусыһы булараҡ билдәле. «Шәхси фекер», «Шәжәрә» программаларының авторы һәм алып барыусыһы. 1990-сы йылдарҙан әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә донъя күрҙе. 2013 йылда «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсында төп призды яулай (теле-радио компаниялары араһында «Радиола иң яҡшы алып барыусы» номинацияһы). «Алпамыша — бер риүәйәт эҙҙәре артынан» документаль фильмы авторы һәм режиссеры (2013).
Журналист һәм яҙыусы оҙайлы ауырыуҙан һуң 2026 йылдың 9 июнендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Китаптары
- Серле мосафир. Өфө,2008;
- Эйәрҙә ҡалған егет. Өфө,2009;
- Изге бүре балалары. Өфө,2013;
- Йәйге селлә. Өфө,2014.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әлибаев З.Дәүер һулышын тойоп.//Ағиҙел.-2010.4-се һан. 156—157 биттәр;
- Күзбәков Ф. Йәштәр тауышы..//Ағиҙел.-2010. 5-се һан. 153 бит;
- Баймакская энциклопедия. Уфа,2013.- 61 бит;
- Писатели земли башкирской. Уфа,2015.- 34-35 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рәсәй дәүләт китапханаһында теркәлгән китабы буйынса
- ↑ Мегалит 2020 йыл 31 ғинуар архивланған.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе ушел из жизни журналист и писатель Нияз Алсынбаев. ИА «Башинформ» (9 июнь 2026). Дата обращения: 9 июнь 2026.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мегалит 2020 йыл 31 ғинуар архивланған.
- Летний зной 2020 йыл 31 ғинуар архивланған.
- 1 майҙа тыуғандар
- 1963 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 9 июндә вафат булғандар
- 2026 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары