Панов Александр Константинович
Панов Александр Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 май 1940 (84 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Ҡазан милли тикшеренеү технология университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Панов Александр Константинович (1 май 1940 йыл — 28 ғинуар 2015 йыл) — инженер-механик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Константинович Панов[1] 1940 йыл 1 майында Ырымбур өлкәһенең Соль-Илецк районының Григорьевка утарында тыуа.
1967 йылда Ҡазан химия-технология институтын тамамлай.
Эш урындары: 1958 йылдан — «Башкируголь» комбинатының Күмертау күмер разрезы мастеры, «Кумертаустрой» тресы хеҙмәткәре (1962—1963); Стәрлетамаҡ «Авангард» заводының механигы, цех начальнигы (1967—1970), махсус конструкторлыҡ-техник бюроһы лабораторияһы начальнигы (1973—1975); 1975 йылдан Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, 1988—2004 йылдарҙа кафедра мөдире. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стәрлетамаҡ филиалының ғилми хеҙмәткәре. 2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире (Стәрлетамаҡ ҡалаһы).
Александр Константинович Пановтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: химик технологиялар һәм аппараттар. Уның тарафынан технология аппараттарының юғары һөҙөмтәле конструкциялары һәм уларҙы хисаплау, моделдәрен эшләү ысулдары, полимерҙарҙың экструзияһын интенсивлаштырыу ҡорамалдары уйлап сығарылған.
Панов 2 фән докторы һәм 19 фән кандидаты әҙерләгән.
2015 йылдың 28 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Панов Александр Константинович — 360 ғилми-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография, уйлап сығарыуҙарға 37 авторлыҡ танытмаһы һәм патент авторы.
- Гидродинамика потоков аномально-вязких полимерных систем в формующих каналах. Уфа: УГНТУ, 1994 (соавтор).
- Аэродинамика дисперсных потоков в низконапорных аппаратах вихревого типа. Уфа: Гилем, 1997 (соавтор).
- Основы расчета гидродинамических характеристик потоков неньютоновских сред в каналах машин и аппаратов химических технологий. Уфа, 1984.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө дәүләт нефть техник университетының көмөш билдәһе (2003).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ПАНОВ Александр. Проверено 4 февраля 2013. Архивировано 14 февраля 2013 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1] 2016 йыл 21 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995