Тимер Арыҫлан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тимер Арыҫлан
Исеме:

Арыҫланов Тимер Гәрәй улы

Тыуған көнө:

1 май 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Кәкребаш ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы[1]

Вафат булған көнө:

19 март 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Шағир

Жанр:

Сатира һәм юмор

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы — 1945

Тимер Арыҫлан (тулы исеме — Арыҫланов Тимер Гәрәй улы; 01.05.1915, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Кәкребаш ауылы[1] — 19.03.1980, Өфө) — башҡорт шағиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942). 1939—40 йылдарҙа совет‑фин һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған (1951). 1946—64 йылдарҙа (өҙөклөктәр м‑н) Октябрьский ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыта. «Беҙҙең йәшлек» (1938) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 20 быуаттың 30‑сы йылдары йәштәренең хеҙмәт дәртен маҡтап йырлай. «Окоптар төбөнән» (1944), «Тауҙар йырлай» (1950) шиғырҙар һәм поэмалар китаптары совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығына арналған. Башҡ. нефтселәренең хеҙмәт батырлыҡтары хаҡындағы «Башҡортостан егете» (1949), «Тау ҡыҙы» (1949) поэмалары башҡ. поэзияһында оло ваҡиға була. «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар» (1964), «Йәшәһен ир» (1968), «Ҡунаҡ булып кил, әсәйем» (1972) һ. б. сатирик һәм юмористик шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙал (16.08.1945)[2]

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1965;
  • Өс ут араһында. — Өфө, 1975;
  • И смех, и грех: стихи. — Уфа, 1970.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостандың Туймазы районы.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]