Эстәлеккә күсергә

Хурамшин Тәлғәт Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хурамшин Тәлғәт Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 май 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ибраһим, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 март 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө chief officer
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены премия Совета Министров СССР «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы медаль «В память 1500-летия Киева» Халыҡтар дуҫлығы ордены заслуженный изобретатель РСФСР

Хурамшин Тәлғәт Закир улы (1 май 1932 йыл — 3 март 2019 йыл) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, РСФСР Юғары Советының 10-сы саҡырылыш депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976, 1985)[1].

Тәлғәт Закир улы Хурамшин 1932 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Ибраһим ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. 19481951 — Черниковка нефть техникумында уҡый[1]. 19511956 — Өфө нефть ҡыуыу заводында насостар һәм компрессорҙар ҡоролмаһы механигы, ремонт-техник цехы начальнигы, Черниковка. 19561978 — Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында (Өфө): өлкән цех механигы, цех начальнигы, партком секретары, завод директоры (1965 йылдан). 19781979 — РСФСР Министрҙар Советы эргәһендәге транспорт һәм нефть һәм нефть продукттары менән тәьмин итеү буйынса баш идаралығы начальнигы 19791981 — РСФСР нефть продукттары тәьмин итеү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе. 1981 йылдан — СССР нефть продукттары тәьмин итеү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе. Хурамшин етәкселегендә Яңы Өфө НЭЗ‑ы нефтехимия сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтенең иң алдынғы предприятиелары иҫәбенә инә[1].

1985 йылдың 5 декабрендә ҡулға алына. СССР Юғары Судының енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы 1986 йылдың 26 сентябрендә ришүәт алған өсөн 5 йылға иркенән мәхрүм итә. 1987 йылдың 4 ғинуарында мәхрүм ителә.1990 йылдың декабрендә азат ителә.

Азат ителгәндән һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19901992 — Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының нефть сығарыу һәм нефтехмия сәнәғәтенең Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтында баш инженер. 1992 йылдан генераль директоры-президент АООТ «Башҡорт сауҙа һәм технологиялар йорто» АООТ-ның генераль директор-президенты, Мәскәүҙәге «Башҡорт яҡташлығы» региональ йәмәғәт ойошмаһы Советының рәйесе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 декабрендәге Указына яашлы СССР дәүләт наградаларына хоҡуҡтары яңынан тергеҙелә.

Маҡтаулы исемдәре һәи башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы[1].

Хурамшин Т. З. По нелëгким дорогам жизни — М.: Ист-факт, 2002. — 238 с.

Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг. Историко-биографический справочник / Сост. В. И. Ивкин. — М., 1999. — ISBN 5-8243-0014-3