Вәлиәхмәтов Ансар Фазлиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиәхмәтов Ансар Фазлиәхмәт улы
Тыуған көнө 1 май 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (101 йәш)
Тыуған урыны Ҡыйғы районы
Һөнәр төрө ғалим

Вәлиәхмәтов Ансар Фазлиәхмәт улы (1 май 1922 йыл — 10 июль 2005 йыл) — ғалим-патологоанатом, юғары мәктәп эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1975), профессор (1977). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ансар Фазлиәхмәт улы Вәлиәхмәтов 1922 йылдың 1 майында Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Йыланлы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) тыуған.

1950 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. 1953 йылдан алып шунда уҡ эшләй: 1958—1961 йылдарҙа, 1968—1970 йылдарҙа дауалау факультеты деканы, 1961—1963 йылдарҙа уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1976—1987 йылдарҙа патологик анатомия кафедраһы мөдире; 1989—1998 йылдарҙа Хужалыҡ иҫәбендәге ҡала косметология дауаханаһында (Өфө) эшләй.

2005 йылдың 10 июлендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиәхмәтов Ансар Фазлиәхмәт улының фәнни тикшеренеүҙәре нефть продукттары (тиофен һәм уның яһалмалары) тәьҫирендә организмдағы морфологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Союз патологоанатомдар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе (1972—1989). 1‑се (1985) һәм 2‑се дәрәжә (1944) Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән.

Ҡаҙаныштары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Медицина фәндәре докторы (1975), профессор (1977).
  • 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]