Альшеевские вести (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

«Альшеевские вести» («Әлшәй хәбәрҙәре») — ижтимағи-сәйәси гәзит.

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Әлшәй хәбәрҙәре» гәзите редакцияһы ҡаҙна предприятиеһы. Әлшәй районы Раевка ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, башҡорт («Әлшәй хәбәрҙәре»), татар («Әлшәй хәбәрләре») телдәрендә сыға. 1935 йылдың февраленән урыҫ («Сталинец») һәм татар («Сталинчы», икеһе лә — «Сталинсы») телдәрендә сыға башлай, 1960 йылдан «Путь Ильича» һәм «Ильич юлы» (икеһе лә «Ильич юлы»), 1963 йылдан — башҡорт һәм татар телдәрендә «Дим», урыҫ телендә «Дема», 1965 йылдан «Ленин байрағы», «Ленин байрагы» һәм «Знамя ленинизма»; 1992 йылдан башлап хәҙерге исемдәре менән баҫыла башлай. 1962—1963 йылдарҙа нәшер ителмәй.