Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 8 июнь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Бүздәк волосы[d], Шланлыкүл ауылы[1]
Вафат булған көнө 16 август 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (87 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы (8 июнь 1923 йыл — 16 август 2010 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1957—1968 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһенең 2-се Өфө йылылыҡ электр үҙәге (ТЭЦ) мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡуп Зәйнулла улы Төхвәтуллин 1923 йылдың 8 июнендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Шланлыкүл ауылында тыуған.

Махсус урта белемле, 1964 йылда Өфө электромеханика техникумын тамамлай.

1938—1940 йылдарҙа Өфө машиналар эшләү заводының 384-се фабрика-завод мәктәбендә уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда электромонтер булып башлай, артабан төп щитта дежур итеүсе, Өфө ТЭЦ-ы ремонтлау буйынса мастеры, 1954 йылдан — ремонтлау мастеры, өлкән мастер[2].

Ете йыллыҡ планды үтәү осоронда (1959—1965) Я. 3. Төхвәтуллин бригадаһы коллективы 16 425 һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә биргән 40-ҡа яҡын тәҡдим яһай һәм производствоға индерә. Ете йыллыҡта бригадала хеҙмәт етештереүсәнлеге 60 процентҡа арта — энергосистема буйынса уртаса күрһәткестән 6 тапҡырға күберәк. 1963 йылда ул етәкләгән коллектив «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы» исемен яулай.

Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы трансформаторҙарға һәм май выключателдәренә май ҡойоу эшен еңеләйтеү өсөн тәғәйенләнгән насос эшләй һәм производствоға индерә, электр ванналары өсөн ҡулайлама уйлап таба.

Илдең энергетикаһын үҫтереү буйынса ете йыллыҡ пландарын үтәүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1966 йылдың 4 октябрендә Я. 3. Төхвәтуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1989 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Өфөләге 2-се йылылыҡ электр үҙәгенең цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы 2010 йылдың 16 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Башҡорт энциклопедияһыБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. чАХКЕХ(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]