Эстәлеккә күсергә

Каганов Зосим Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каганов Зосим Григорьевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 23 декабрь 1911 (5 ғинуар 1912)
Вафат булған көнө 23 ноябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (86 йәш)
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Каганов Зосим Григорьевич (23 декабрь 1911 йыл — 23 ноябрь 1998 йыл) — ғалим-инженер-электрик. 1971—1988 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971 йылдан теоретик һәм дөйөм электротехника кафедраһы, 1979 йылдан — электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1963), профессор (1969). 1943 йылдан КПСС ағзаһы.

Зосим Григорьевич Каганов 1911 йылдың 23 декабрендә Киевта тыуа.

Киев элемтә техникумын (1931) һәм Иваново энергетика институтының киске бүлеген тамамлай (1938). 1938—1940 йылдарҙа — ТЭЦ-тың дежур инженеры һәм Сегежск целлюлоза-ҡағыҙ комбинатының (Карелия) өлкән инженер-электригы. 1940—1941 йылдарҙа — Иваново энергетика институты аспиранты. 1942—1946 йылдарҙа — РККА-ла хеҙмәт итә, өлкән лейтенант, Мәскәү хәрби инженер училищеһы уҡытыусыһы. 1946—1949 йылдарҙа — Иваново энергетика институтының аспиранты, ассистенты, доценты (1949), 1948 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1949—1959 йылдарҙа — Иваново Туҡыу институты доценты. 1959—1961 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе Автоматика һәм электрометрия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1961—1971 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Себер бүлегенең Транспорт-энергетика институтының лабораторияһ мөдире. Уның етәкселегендә тағы ике: юғары вольтлы ҡоролмалары һәм электр машиналарында тулҡын процестары — лаборатория ойошторола. 1963 йылда яҡланған докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1969 йылда профессор дәрәжәһен ала. 1971—1982 йылдарҙа Өфө авиация институтының Электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире була. 1982—1988 йылдарҙа шул уҡ кафедра профессоры. Каганов параметрҙары бүлгесләнгән электр сынйырҙарындағы тулҡын күренештәрен тикшерә, энергетика объекттарының изоляцияһын тикшереүҙең емермәй торған ысулдарын эшләй. Уның асыштары Башҡортостанда, илдең башҡа төбәктәрендә һәм БДБ илдәре предрприятиеларында ҡулланыла. 145‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы. 1988 йылдан хаҡлы ялда, Ленинградта йәшәй. 1998 йылдың 23 ноябрендә вафат була.

  • Волновые напряжения в электрических машинах [Текст]. — Москва : Энергия, 1970. — 209 с. : ил.; 20 см.
  • Теоретические основы техники высоких напряжений [Текст] : Электр. поля в высоковольт. установках : Учеб. пособие. — Уфа : УАИ, 1977. — 74 с. : ил.; 20 см.
  • Волновые процессы в электрических установках : Учеб. пособие / З. Г. Каганов. — Уфа : УАИ, 1980. — 85 с. : ил.; 20 см.
  • Современные представления о природе электромагнитного поля : Учеб. пособие / З. Г. Каганов. — Уфа : УАИ, 1985. — 50 с. : ил.; 20 см.
  • Электрические цепи с распределенными параметрами и цепные схемы / З. Г. Каганов. — М. : Энергоатомиздат, 1990. — 246,[1] с. : ил.; 22 см; ISBN 5-283-00522-4 :
  • Применение полиномов Чебышева для расчета однородных цепных схем [Текст] : Учеб. пособие / З. Г. Каганов, Л. С. Медведева, В. С. Захарин. — Уфа : УАИ, 1978. — 96 с. : схем.; 20 см.
  • Волновые явления в электрических машинах [Текст] : (Приближенные методы расчета) / Акад. наук СССР. Сиб. отд-ние. Гос. производ. ком. по энергетике и электрификации СССР. Сиб. науч.-исслед. ин-т энергетики. — Новосибирск : [б. и.], 1964. — 373 с., 2 л. табл. : ил.; 27 см.
  • Цепные дроби в электротехнике [Текст] : В 2 ч. / АН СССР. Сиб. отд-ние. М-во энергетики и электрификации СССР. Сиб. науч.-исслед. ин-т энергетики. — Новосибирск : Наука. Сиб. отд-ние, 1966. — 1 т.; 21 см.