Ғәйнан Мөхәмәт Сафа
Ғәйнан Мөхәмәт Сафа | |
Дин: | |
---|---|
Титул: |
имам-хатип, мәзин |
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: |
Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе (хәҙерге Свердловск өлкәһенең Әшит ҡала округы) Ләмте ауылы |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: | |
Ил: |
Ғәйнан Мөхәмәт Сафа (23 декабрь 1898 йыл — 9 ғинуар 1984 йыл) — башҡорт дин әһеле. Токио йәмиғ мәсетенең имам-хатибы (1967—1984).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнан Мөхәмәт Сафа 1898 йылдың 23 декабрендә Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе (хәҙерге Свердловск өлкәһе Әшит ҡала округының) Ләмте (Ләмпе) ауылында тыуған. Милләте башҡорт.
Кирәй Мәргән мәғлүмәттәре буйынса, Ғәйнан Мөхәмәт Сафа Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар яғында була һәм Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев менән башта Ҡытайға, аҙаҡ Японияға эмиграциялай. Һуңынан Токиола йәшәй.
1933 йылдан 1967 йылдың ғинуарына ҡәҙәр Токио йәмиғ мәсетенең мәзине булып хеҙмәт итә. 1967—1984 йылдарҙа ошо мәсеттең имам-хатибы була һәм «Исламиә» мәхәлләһен етәкләй[1].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улы Ғабдулла Даян, шоумен булараҡ, Японияла Рой Джемс псевдонимы аҫтында билдәлелек алған, әле Сан-Францискола йәшәй. Улдары Рамаҙан һәм Ихсан Токиола, ә ҡыҙы Шәмсинур — Нью-Йоркта көн итә[2][3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Адутов Р. М. Татаро-башкирская эмиграция в Японии. — Набережные Челны, 2001. — 154 c.
- ↑ Усманова Л. Р. Могила Гайнана Мухаммад Сафы.
- ↑ Усманова Л. Р. Представители тюркских народов России в Японии. 2018 йыл 15 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Габдулла Сафа в рекламе кофе Nescafe (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2022)