Куликов Павел Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Куликов Павел Александрович
Эшмәкәрлек төрө:

шағир, яҙыусы

Тыуған көнө:

23 декабрь 1904

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ның Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

1970({{padleft:1970|4|0}})

Награда һәм премиялары:
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Куликов Павел Александрович (23 декабрь 1904, Башҡорт АССР-ның Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылы — 1970) — яҙыусы. СССР Яҙыусылар союзы (1942). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Куликов Павел Александрович 1904 йылдың 23 декабрендә Башҡорт АССР-ның Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылында бурлак ғаиләһендә тыуған[1]. Павел Куликов 10 йәшенән алып шәхси һөнәрселек оҫтаханаларында эшләй башлай, 15 йәшендә (1919) үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияһына китә. Хеҙмәт иткән саҡта полк элемтә мәктәбен, артабан комсостав һәм хәрби-сәйәси курстарын тамамлай[2]. 1923 йылда һаулығы насарайыуы айҡанлы демобилизациялана. Ҡайтҡандан һуң тегеүселәр коллективында актив эш алып бара (хәҙер 8-се Март исемендәге фабрика)[1].

1930 йылда әүҙем рабкор булараҡ «Красная Башкирия» республика гәзите аппаратына эшкә алына, 1943 йылға тиклем төрлө вазифаларҙы биләй, ҡайҙа эшләһә лә көнүҙәк очерктар яҙа. Бер үк ваҡытта Мәскәүҙә журналистика юғары курстарында уҡый. Рәсәй телеграф агентлығының Башҡорт бүлегендә корреспондент булып эшләй. Һуңғы йылдарында БАССР-ҙың Яҙыусылар союзында әҙәби фондтың уполномоченныйы була, рус яҙыусылары секцияһы менән етәкселек итә. 1931 йылдан КПСС ағзаһы[2].

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930 йылдарҙа шиғырҙар, очерктар һәм хикәйәләр яҙа башлай, тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Инеш» («Вступление») 1939 йылда баҫылып сыға. 1942 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Куликовтың ижады Бөйөк Ватан һуғышы осоронда әүҙемләшә. 40-сы йылдарҙа төрлө республика гәзиттәрендә баҫылған шиғырҙары «Ватан һулышы»(«Дыхание Родины» (1949) йыйынтығында берләштереп сығарыла. 1951 йылда балалар өсөн «Ныҡ балалар» («Крепыши») поэмаһын яҙа. Шулай уҡ ул «Күтәрелештә» («На подъеме»), «Костер янында» («У костра») пьесалары, «Балалар» («Дети»), «Тельняшка», «Түҙмәне» («Не выдержал»), «Кеше урамдан килде» («Человек пришел с улицы»)хикәйәләре авторы, был әҫәрҙәре «Советская Башкирия» гәзитендә һәм әҙәби альманахта нәшер ителә. П. Куликовтың айырым шиғырҙары башҡорт теленә тәржемә ителгән, шулай уҡ ул үҙе лә башҡорт шағирҙарын рус теленә тәржемә иткән[2].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы һәм Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумының Почетлы грамотаһы менән наградланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 [1]
  2. 2,0 2,1 2,2 [2]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [3] Куликов Павел Александрович
  • [4] Павел Куликов