Эстәлеккә күсергә

Чухарев Александр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чухарев Александр Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Дыуан районы
Вафат булған көнө 2 март 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Подольск, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Подольск
Һөнәр төрө офицер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Файл:Александр Иванович Чухарев (Тыл — фронту, Магнитогорск).jpg
Александр Чухарев исеме менән табличка, Магнитогорск, Тыл — фронтҡа монументы янында

Чухарев Александр Иванович (23 декабрь 1915 йыл — 2 март 2007 йыл) — СССРҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник (1961). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан осоусы, штурм авиация полкының эскадрилья командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).

Александр Иванович Чухарев 1915 йылдың 23 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Ләмәҙ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1928 йылда Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөлөшөнә килә.

Магнитогорскиҙә мәктәпте, һуңынан 97-се профессиональ училищены тамамлай, комбинаттың домна цехы горновойы була.

1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1935 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Авиация мәктәбен тамамлай, унда инструктор булып хеҙмәт итергә ҡала.

1943 йылдың мартынан 3-сө Украина фронтында немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта ҡатнаша. Капитан, 995-се Измаил штурм авиация полкының эскадрилья командиры. Шәхсән үҙе 11 һауа һуғышы үткәрә; дошмандың ике самолетын бәреп төшөрә, ерҙә — биш самолетын юҡ итә.

Һуғыштан һуң Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1961 йылдан запастағы полковник. Отставканан һуң Подольск ҡалаһында йәшәй.

2007 йылдың 2 мартында вафат була. Подольск ҡалаһы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 53, л. 636—638).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 161, л. 3).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 650, л. 6, 144, 145).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1916, л. 5, 143, 144).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4552, л. 2, 45, 46).
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3612, л. 6, 186, 187).
  8. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  • Выпускники и работники учреждений начального профессионального образования Челябинской области — Герои Советского Союза // ГУ ПО адм. Челяб. обл., ЧелИПРО; сост.: Н. И. Голендухин, Ф. М. Крылов, Е. М. Донских — Челябинск, 1998. — 31 с.