Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кәшфелғилем Ғәҙелшин битенән йүнәлтелде)
Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы
Тыуған ваҡыты:

3 август 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) Әкәнәй ауылы

Вафат ваҡыты:

7 ноябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (99 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

режиссёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт ҡурсаҡ театры

Наградалары:

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973)

Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы (3 август 1918 йыл — 7 ноябрь 2017 йыл) — режиссёр. 1951 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973).

Кәшфелғилем (Кәшфи) Фәйруша улы Ғәҙелшин 1918 йылдың 3 авгусында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) Әкәнәй ауылында тыуған.

1938 йылда Башҡорт театр-художество училищеһына (Х. Бохарский курсы) уҡырға инә. А. Н. Островский исемендәге Ленинград театр институтын (1958; Л. С. Вивьен курсы) тамамлаған.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улының режиссёр эштәре сәхнә әҫәрҙәренең киҫкен хәрәкәтле һәм аныҡ булыуы менән айы айырылып тора.

Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрында һәм Башҡорт драма театрында ватан һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре буйынса бер нисә спектакль сәхнәләштерә:

Ҡурсаҡ театрында Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренән репертуар булдыра:

  • Ибраһим Абдуллиндың «Гәрәбә күҙ»,
  • Кәбир Аҡбашевтың «һыу урлау»,
  • Әнүәр Бикчәнтәевтең «Өс итек таҙартыусы» («Три чистилыцика сапог»),
  • Фәрит Иҫәнғоловтың «Тылсымлы ҡойроҡло тейен» («Белка — волшебный хвост») Һәм башҡа әҫәрҙәре.

Яҡынса 20, шул иҫәптән А.Гайдарҙың «Хәрби сер, Кибальчиш малай һәм уның ныҡлы һүҙе тураһында әкиәт» («Сказка о военной тайне, о Мальчише-Кибальчише и его твёрдом слове») әҫәре буйынса В. Лебедев һәм А. Кирилловскийҙың «Кибальчиш малай» («Мальчиш-Кибальчиш»),

И. П. Токмакованың «Батыр йөрәкле Мануҡ» («Манук — отважное сердце»), Ә. С. Фәтҡуллиндың «Бөркөт балаһы осорға өйрәнә» («Орлёнок учитея летать») постановкалары балалар психологияһын яҡшы белеү, хис-тойғолар йоғонтоһоноң тәрәнлеге менән айырыла.

Уҡыусылары араһында Ф. А. Бәкеров, Н. М. Бәкерова, Р. Ф. Әминев, Ғ. Әмирханова һәм башҡалар.

1950 йылдарҙың аҙағында актёр булып эшләй, 1960 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссёры була. Ике республикала: Башҡортостан һәм Татарстан телевидениеһын ойоштороуҙа ҡатнаша.

Кәшфи Фәйруша улы 12 йыл ғүмерен Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына бирә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973)