Эстәлеккә күсергә

Миңеште ауыл Советы (Дүртөйлө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңеште ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Миңеште
Административ-территориаль берәмек Дүртөйлө районы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008
Почта индексы 452318

Миништинский сельсове́т — Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө муниципаль районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлгән. Почта индексы — 452318. ОКАТО коды — 80224819000. Миәҙәк ауыл биләмәһе менән берләштерелгән.

Географияһы, тәбиғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағиҙел йылғаһы.

Ауыл Советы составында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңеште ауылы — административ үҙәк, Йәрмиә, Әтәс, Барғыҙбаш, Покровка, Успеновка ауылдары. 1981 йылда Абҙай (Күл) ауылы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396-сы һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарының иҫәп мәғлүмәттәрен алып ташлау тураһындағы» Указына ярашлы бөтөрөлә.[1]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1 п. 20) а) түбәндәге юлдар бар[2]:

""Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Дүртөйлө районы буйынса:


«Миәҙәк» атамаһын һаҡлап, Миәҙәк һәм Миңеште ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәкте Миәҙәк ауылында урынлаштырырға. Миңеште ауыл Советының Миңеште, Йәрмиә, Әтәс, Барғыҙбаш, Покровка, Успеновка ауылдарын Миәҙәк ауыл Советы составына индерергә.
Миәҙәк ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Миңеште ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға

2008 йылға Борай районы, Әңгәсәк ауыл Советы, Миәҙәк ауыл Советы, Яңы Кәңгеш ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш була, ("Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы "Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы « Законы (ред. от 19.11.2008)»).)[3].