Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы
Тыуған көнө:

15 декабрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Дүртөйлө районы, Гөблөкөсөк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:

Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы (15 декабрь 1948) — БАССР-ҙың Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхозының Иванай һөт-тауар фермаһы һауынсыһы (1966—1998). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы 1948 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Гөблөкөсөк ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлай.

1963 йылда һарыҡсылыҡ фермаһында хеҙмәт юлын башлай. 1966 йылдан башлап Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхозының Иванай һөт-тауар фермаһы һауынсыһы булып эшләй башлай.

1983 йылда Рәзифә Ханова бер һыйырҙан план буйынса 2067 литр һөт урынына 2662 литр һөт һауа, 1985 йылға һауымды 4010 литрға тиклем еткерә. Ун беренсе биш йыллыҡта (1981—1985) бер һыйырҙан уртаса йылына 3182 литр һөт һауған.

1998 йылда хаҡлы ялға сыға, Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районында йәшәй.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • I (1986), II (1980), III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
  • миҙалдар

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт геройҙары. / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башҡорт энциклопедияһы. Баш ред. М. А. Илһамов; 7 том. Ф-Я. 2011—624 б. изд. Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Order of Labour Glory 1st.jpg Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы. «Ил Геройҙары» сайты.