Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Мортаза, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 17 апрель 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Иванай, Дүртөйлө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы (9 май 1924 йыл — 17 апрель 2000 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1963—1989 йылдарҙа Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). БАССРҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рифҡәт Сәлих улы Йәнекәев 1924 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Яңы Мортаза ауылында урта хәлле игенсе ғаиләһендә тыуған. 1937 йылда атаһы ҡулға алына һәм Себергә һөргөнгә ебәрелә. Ғаилә алты бала менән ҡараусыһыҙ ҡала. Әсәһе бер үҙе ярым ас көн итеү йөгөн тарта. 1941 йылда Рифҡәт ете класты тамамлағандан һуң урындағы «Комбайн» колхозында эшләй башлай.

1942 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына, 1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдың август айында, һуғышта ауыр яраланып, демобилизациялана.

«Комбайн» колхозында баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры булып эшләй, 1945 йылда Ҡалмаш май заводы директоры итеп тәғәйенләнә. 1947 йылдан алып Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш райондарында иген әҙерләү пункттарында эшләй: 1950—1951 йылдарҙа — Саҡмағош иген әҙерләү пункты директоры урынбаҫары, 1951—1953 йылдарҙа — Исмаил пунктының директор урынбаҫары, 1953—1955 йылдарҙа — директоры, 1955—1959 йылдарҙа —Груздевка иген әҙерләү пункты директоры. 1959 йылдың февралдә Илеш районының «Урал» колхозы рәйесе итеп һайлана. 1963 йылдың июненән — Дүртөйлө районының Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Рифҡәт Йәнекәев етәкләгән колхоз Дүртөйлө районының күп тармаҡлы юғары рентабелле эре хужалығына әйләнә, республикала алдынғылар иҫәбенә инә. Колхоздың барлыҡ тораҡ пункттары һәм йәмәғәт объекттары электрлаштырыла, сусҡасылыҡ фермаларына газ үткәрелә, һыйырҙарҙы һауыу автоматлаштырыла. Колхоз республикала беренселәрҙең береһе булып юғары культуралы игенселек һәм малсылыҡ хужалығы булып китә. Һигеҙенсе биш йыллыҡ йылдарында (1966—1970) иген етештереү буйынса планды 130 процентҡа, һөт һәм ит буйынса — 101 процентҡа, йомортҡа буйынса — 107,8 процентҡа, йөн буйынса −108 процентҡа үтәй, иген әҙерләү буйынса планды 176,5 процентҡа, ит әҙерләү планын — 105,8 процентҡа, һөт әҙерләү планын — 151 процентҡа, йомортҡа әҙерләү планын — 106 процентҡа, йөн әҙерләү планын — 127 процентҡа үтәй. 1966—1970 йылдарҙа колхоз капиталь төҙөлөшкә 3 535 мең һум һала. Хужалыҡтың аҡса килеме 1965 йылдағы 1 430 мең һумдан 1970 йылда 1 936,5 мең һумға тиклем үҫә. Үҫемлекселек һәм малсылыҡта бөтә күп хеҙмәт талап иткән эштәрҙе комплекслы механизациялау буйынса эштәр үткәрелә. Биш йыллыҡта иген уңышы гектарынан 16,9 центнерҙан 29,37 центнерға тиклем арттырыла.

Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм игенселек һәм малсылыҡ продукттарын дәүләткә һатыу биш йыллыҡ планын үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, 1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Р. С. Йәнекәевкә «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ул шулай уҡ Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1971), Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971).

2000 йылдың 17 апрелендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рифҡәт Сәлих улы Йәнекәев иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында 2000 йылда Карл Маркс исемендәге колхоз Р. С. Йәнекәев исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооператив-колхозы (СПКК) тип үҙгәртелә. Дүртөйлө районының Иванай ауылында Геройға һәйкәл ҡуйылған.[1]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Герой Соц. Труда Еникеев Рифкат Салихович :: Герои страны. Проверено 9 апреля 2013. 21 апреля 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]