Эстәлеккә күсергә

Ғафаров Фидан Сафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фидан Ғафаров битенән йүнәлтелде)
Фидан Ғафаров
Фидан Сафа улы Ғафаров
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Фидан Сафа улы Ғафаров

Тыуған

12 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

актёр

Йырлау тауышы

тенор

Наградалар
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1984
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев ордены

Ғафаров Фидан Сафа улы (12 октябрь 1947 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).

Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.

Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлаз. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.

Башҡарған төп ролдәре: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.

Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актёр башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.

2020 йылдың мартында башҡорт театр сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актёр һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелде[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салауат Юлаев ордены (2017)[3].
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).

Ҡатыны Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы 2022 йылдың 24 авгусында вафат булған. Ике улы: Айбулат — музыкант (2009 йылда вафат), кесе улы Азамат — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Ҡыҙы Сәмира никахтан тыш тыуған.[4].