Эдуард Әғзәми

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эдуард Әғзәми
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны «Ҡыҙыл таң» гәзите
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әғзәмов Эдуард Лотфи улы (псевдоимы Эдуард Әғзәми; 5 ноябрь 1937 йыл5 ғинуар 2020 йыл) — журналист, яҙыусы. 1964—2008 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965—2004 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы һәм республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1961 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1997) һәм Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эдуард Лотфи улы Әғзәмов 1937 йылдың 5 ноябрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Дүртөйлө районы Арғымаҡ (хәҙер Дүртөйлө ҡалаһына ҡарай) ауылында тыуған. Урындағы 1-се урта мәктәпте тамамлағас, комсомол путевкаһы менән «Шкапов» нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Артабан Илеш районы халыҡ судында бер ни тиклем сәркәтип булып эшләп ала һәм 1959 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. 1963 йылда бишенсе курста уҡып йөрөгән егетте республика ижтимағи-сәйәси гәзите «Ҡыҙыл таң»ға эшкә саҡыралар. Сирек быуаттан артығыраҡҡа һуҙыласаҡ журналист хеҙмәтен ул редакцияның мөһим бүлектәренең береһендә әҙәби хеҙмәткәр булып башлай. Бер йылдан ул яңы ғына ҡала статусы алған Нефтекамаға «Ҡыҙыл таң» гәзитенең республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.

Эдуард Әғзәмовтың журналистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы менән билдәләнгән. Уға «БАССР]]-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән. Ул шулай уҡ |Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы[2], бында булдырылған Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премия лауреаты.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эдуард Әғзәми мәктәп йылдарында уҡ гәзиткә хәбәрҙәр яҙа башлай. 1952 йылда, алтынсы синыфта уҡығанда, «Ҡыҙыл таң» гәзитендә уның КПСС-тың ХIХ съезы делегаты менән осрашыу тәьҫораттары баҫылып сыға. Ә мәктәпте тамамлаған йылда уның беренсе хикәйәһе балалар өсөн сыҡҡан «Пионер» республика журналында (хәҙер «Аманат» донъя күрә. Ошо тәүге аҙымдарына ҡарамай, әҙип оло әҙәбиәткә журналистика аша ныҡлы тормош тәжрибәһе туплап һәм ҡәләмен етерлек дәрәжәлә шымартып килә. Сирек быуат гәзиттә эшләгәндән һуң, ул проза жанрына ныҡлап аяҡ баҫа һәм төп хеҙмәтенән айырылмай хикәйә һәм повестар ижад итеүгә ныҡлап тотона. Уның «Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ» тип исемләнгән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1989 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә башҡорт телендә донъя күрә. 1993 йылда баҫылған повесть һәм хикәйәләрҙән торған китабы «Осрашыу»ҙан һуң әҙип Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул ителә. Халыҡсанлығы, үткер яҙылышы, дөрөҫлөктө ярып һалыуы Эдуард Әғзәмиҙең әҫәрҙәрен уҡымлы яһай.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Нефтекама ҡалаһында йәшәй һәм әҙәби ижад менән шөғөлләнеүен дауам итә. 2020 йылдың 5 ғинуарында вафат була.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989.
  • Осрашыу: Повесть, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1993.
  • Тормош — ҡуласа: Повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1997.  (тат.)
  • Ожмах почмагы: Повестар, хикәйәләр, очерктар. — Өфө: Китап, 2004  (тат.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)
  • Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премия лауреаты (1999)
  • Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1997)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]